Йәмғиәт
21 Мая 2024, 10:42

Илле ҡатын-ҡыҙ «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде

Башҡортостанда күп балалы 50 ҡатын-ҡыҙ «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде.

Илле ҡатын-ҡыҙ «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләндеИлле ҡатын-ҡыҙ «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде
Илле ҡатын-ҡыҙ «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде

Республика Башлығының тейешле указына 15 майҙа ҡул ҡуйылған һәм бөгөн ул рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылып сыҡҡан.

Бүләкләнеүселәр араһында — Ауырғазы, Баймаҡ, Баҡалы, Белорет, Бүздәк, Борай, Ғафури, Дүртөйлө, Йылайыр, Иглин, Илеш, Ишембай, Ҡариҙел, Ҡырмыҫҡалы, Миәкә, Салауат, Стәрлебаш, Тәтешле, Туймазы, Учалы, Хәйбулла, Саҡмағош, Шишмә һәм Шаран райондары, Сибай һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары вәкилдәре бар. Бүләкләнеүселәр араһында Белореттан Анжела Ерматова һәм Светлана Повираевалар ҙа бар. 

Башҡортостанда «Әсәлек даны» миҙалы 1998 йылда булдырылған. Был награда, республика ҡануниәтенә ярашлы, биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙарға тапшырылырға тейеш.

Автор:
Читайте нас