Йәмғиәт
23 Мая 2024, 09:48

Өфөлә «Китап-Байрам» халыҡ-ара китап йәрминкәһе үтә

Фестиваль 24-26 майҙа Өфөлә Совет майҙанында һәм уның эргәһендәге урамдарҙа ойошторола.

Өфөлә «Китап-Байрам» халыҡ-ара китап йәрминкәһе үтәӨфөлә «Китап-Байрам» халыҡ-ара китап йәрминкәһе үтә
Өфөлә «Китап-Байрам» халыҡ-ара китап йәрминкәһе үтә

Сарала ҡатнашыу өсөн ҙур нәшриәттәрҙән, сауҙа ойошмаларынан һәм букинсыларҙан 164 ғариза килгән. Фестивалдә шулай уҡ үҙҙәренең китап продукцияһын Белоруссия, Әзербайжан, Үзбәкстан, Тажикстан, Ҡырғыҙстан һәм Казахстан илдәре нәшриәттәре тәҡдим итәсәк.

Эшлекле программа сиктәрендә Өфө тәүге тапҡыр берләшмә етәксеһе Николай Иванов рәйеслегендә Рәсәй Яҙыусылар союзының «Халыҡтар дуҫлығы - әҙәбиәттәр дуҫлығы» пленумын ҡабул итә. Бынан тыш, милли нәшриәттәр менән түңәрәк өҫтәл, «Зәйнулла Рәсүлев мираҫы - Башҡортостан һәм Дағстан халыҡтары араһында хеҙмәттәшлекте тәрәнәйтеү» ғилми-ғәмәли конференцияһы һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзының 90 йыллығын байрам итеү ойошторола.

- Йәрминкә иртәнге сәғәт 10-дан киске 10-ға тиклем асыҡ буласаҡ. Төп саралар көндөҙгө сәғәт 12-лә өс майҙансыҡта - Ауыл хужалығы министрлығында, Сәнғәт институтында һәм Башҡорт дәүләт педагогия университеты алдында башлана, - тип асыҡлыҡ индерҙе Әминә Шафиҡова. - Кисен Ирина Климова, Иван Замотаев, Александр Олешко ҡатнашлығында «Йондоҙҙар менән китаптар» ҡаралған, улар рус классикаһы әҫәрҙәре буйынса моноспектаклдәр тәҡдим итәсәк. Шулай уҡ фестивалдең һуңғы көнөндә, 26 майҙа, төп сәхнәлә Олег Ройҙың «Ебәрелмәгән хаттар» романы буйынса спектакль күрһәтелә. Автор китап йәрминкәһендә лә ҡатнаша һәм ижадын һөйөүселәр менән осраша.

Бынан тыш, 25 майҙа Дарья Донцованың ижад кисәһе үткәрелә, китап уҡыусылар менән осрашыуҙарҙы Октябрина Ганичкина, Оксана Фёдорова, Галина Сазонова үткәрә. Фестивалдә башҡорт яҙыусылары Айгиз Баймөхәмәтов, Миләүшә Каһарманова, Марсель Сәлимов, Рәмил Сурағол һәм башҡалар әүҙем ҡатнашасаҡ.

- Көн һайын, былтырғы кеүек үк, программа нәфис фильмдар күрһәтеү менән тамамланасаҡ. Быйыл «Онегин», «Шағир көндәлеге» һәм «Севастополь өсөн көрәш» таҫмаларын күрһәтәсәкбеҙ», - тип һөйләне Әминә Шафиҡова.

Автор:
Читайте нас