Егәҙе ауыл хакимиәте битараф булмаусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдерә.
- Бергәләп ойошторолған эштә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкин булды, - ти улар.
Өҫтәмә рәүештә Егәҙе-Ботай автомобиль юлында ла эштәр башҡарылды.
2024 йылға юл эшмәкәрлеге буйынса Егәҙе-Баҡый автомобиль юлының ҡәнәғәтләнерлек булмаған участкаһын ремонтлау, шулай уҡ Егәҙе-Өмөтбай автомобиль юлында эштәр планлаштырылған.
Белорет юл ремонтлау-төҙөлөш идаралығы етәкселегенә һәм транспорт инфраструктураһын, ауылды төҙөкләндереүҙә һәм халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыу буйынса башҡа эштәрҙә ваҡытын, аҡсаһын һәм көсөн йәлләмәйенсә ҡатнашҡан - Рауил Ғилмановҡа, Илдус Лоҡмановҡа, Илдар Ирғалинға, Фәнгиз Шәйәхмәтовҡа, Семен Сюльдинға һәм ауылдың бөтә вайымһыҙ халҡына айырым рәхмәт белдерә хакимиәт.
Шулай уҡ ауыл биләмәһе хакимиәте техникаһы менән Егәҙенең Тау һәм Наумкин урамдарындағы автомобиль юлының хәрәкәт итеү өлөшөн тигеҙләү буйынса эштәр алып барыла.