Һабантуй Сибайҙа һәм Әбйәлил районында үтеп, эшлекле һәм мәҙәни өлөштәрҙән торҙо. Форумда Белорет районы делегацияһы лайыҡлы сығыш яһаны. Уға эшҡыуарҙар, Белорет районы хакимиәтенең иҡтисад бүлеге, эшҡыуарлыҡ һәм туризм бүлеге вәкилдәре инде.
Был юлы район өсөн осрашыуҙар уҙған йылға ҡарағанда һөҙөмтәлерәк булды. Урал пружина заводы республика Хөкүмәте менән Белоретта "Синхронлаштырылған һәм хәүефһеҙ ҡойоу производствоһы" инвестиция проектын тормошҡа ашырыу буйынса килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Үлсәү ҡорамалдары заводы Башҡортостандың төбәк лизинг компанияһы менән етештереүҙе үҫтереү өсөн ҡорамалдар һатып алыу тураһында килешеү төҙөнө.
"Юбилейный" шифаханаһы һәм республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы инвестицион ниәттәр тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Абҙаҡта ял йортоноң яңы йоҡо корпусын һәм “Абҙаҡ” тау саңғыһы үҙәген төҙөү проекты тормошҡа ашырыласаҡ. Проекттарҙы тормошҡа ашырыу Белорет районы территорияһына инвестициялар йәлеп итергә һәм яңы эш урындары булдырырға мөмкинлек бирә. Белорет районы предприятиелары өсөн яҡшы һөҙөмтә, барлыҡ проекттар мотлаҡ уңышлы тормошҡа ашырылһын!