Сарала Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов, тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов, "Эко-сити" төбәк операторы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Радик Байданов, хакимиәт башлыҡтары, депутаттар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты.
Программаның беренсе өлөшөндә "Эко-сити" төбәк бүлексәһенең генераль директоры Радик Байданов "Ҡалдыҡтар менән идара итеү" автономлы идара итеү системаһының мөмкинлектәрен күрһәтте. Уның маҡсаты - махсус техника хәрәкәте ағымын контролдә тотоу, фотофиксация һәм ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу буйынса бурыстарҙы үтәү.
“Qodex” компанияһы етәксеһе Данил Максадов “Qodex Tonn” ҡалдыҡтар массаһын контролдә тотоу һәм иҫәпкә алыуҙың берҙәм мәғлүмәт системаһы тураһында һөйләне.
Һуңынан ҡунаҡтар сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплексында булды. Компания хеҙмәткәрҙәре экскурсия үткәреп, сүп-сарҙы сорттарға айырыу процесы тураһында һөйләне һәм уны эшкәртеүҙең төп этаптарын күрһәтте. Сүп-сар ташыусы машиналарҙан ҡалдыҡтар конвейер таҫмаһына тейәлә, ул уны төрлө сорттарға бүлеү зоналарына ташый. Бында пластик, быяла, ҡағыҙ һәм башҡаларҙы махсус машиналар һәм ҡул эше ярҙамында айырым фракцияларға бүлеү бара. Икенсе сираттағы сортировкала ҡалдыҡтар төрҙәре буйынса теүәл айырыла, һәм һәр фракция артабан эшкәртеүгә йүнәлтелә. Был объекттарға экскурсия сүп-сарҙы эшкәртеү процесын үҙ күҙҙәре менән күрергә һәм сүп-сарҙы айырым йыйыуҙың әһәмиәтен яҡшыраҡ аңларға мөмкинлек бирә.
“Эко-Сити” төбәк операторының матбуғат хеҙмәте.