Йәмғиәт
6 Июня 2024, 11:37

Күңелле лә инде йәйге каникул!

Иң күңелле миҙгел – йәйге каникулдар башланды. Ҡыҙҙар һәм малайҙар өс ай буйына рәхәтләнеп ял итәсәк, һыу инәсәк.

Күңелле лә инде йәйге каникул!Күңелле лә инде йәйге каникул!
Күңелле лә инде йәйге каникул!

Ә бына ауылда бигерәк тә рәхәт ин­де! Каникул етеү менән шунда әсәй-атай, олатай-өләсәй янында туйғансы ял итәһең. Каникулдың да Балаларҙы яҡлау көнө менән башланып китеүе, балалар өсөн икеләтә ҡыуаныс.
Балаларҙы яҡлау көнөндә Ҡоҙғон-Әхмәр мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре Яр аҫтында балалар өсөн ҙур байрам ойошторҙо.
Балалар үҙ һөнәрҙәрен күрһәтте: бейене, йырланы, шиғыр һөйләне, кемуҙарҙан викторина һорауҙарына яуап бирҙе. Ә шулай ҙа  “Салауат тоҡомдары”  һәм “Боғанаҡ”  командаларына бүленеп, сыбыҡ “ат”ҡа атланып, ҙур итектәр кейеп,  ауыҙға йомортҡалы ҡалаҡтар ҡабып, тоҡ кейеп йүгереү, ваҡытҡа шарҙар өрөү кеүек төрлө-төрлө уйындар иң күңеллеһе булғандыр. Апай-ағайҙары әҙерләгән бүләктәрҙе күҙҙәрен бәйләп киҫеп алыуы ла иң ҡыуаныслы мәлдәрҙең береһе ине.
Уйындар уйнағандан һуң, балалар Әҡсән апалары алып биргән туңдырма менән һыйланды, тәмле сәй эсеп ял итте.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас