Йәмғиәт
10 Июня 2024, 05:47

Республика слеты үтте

7-9 июндә Азапкин утары яланында республикала дәүләт коррекцион учреждениелары хеҙмәткәрҙәре командалары араһында Республика слеты үтте.

Республика слеты үттеРеспублика слеты үтте
Республика слеты үтте

Өс көн дауамында алты команда республика туристик-тыуған яҡты өйрәнеү ярышында иң яҡшы исеме өсөн көс һынашты.
Ярыштар ике этапта үтте. Педагогтар командалары башта зона этаптарында ярышты, яҡшы һөҙөмтә күрһәткән командалар республика кимәленә сыҡты.

Слетта ҡатнашыусылар йәйәүле, һыу туризмы техникаһында, палаткалар ҡуйыуҙа, карта буйынса ориентирлашыуҙа, тәбиғәт шарттарында усаҡ яғыуҙа, плакаттар һәм туристик йырҙар конкурстарында ярышты.

Слетты тантаналы асыуҙан һуң, командалар үҙҙәре менән таныштырҙы, “Бивак” конкурсында ҡатнашты. Төнгө ориентирлашыуҙа үҙҙәрен һынаны. Икенсе көнө иһә уларҙы йәйәүле һәм һыу туризмы техникаһы буйынса ярыштар көтә ине. “Крайҙы өйрәнеү” викторинаһы, поход аш-һыуы әҙерләү буйынса ярыштарҙа ҡатнашты.

Ярыштар һөҙөмтәләре буйынса турслетта телмәрендә ауыр етешһеҙлектәре булған уҡыусылар өсөн Бөрө коррекцион мәктәп-интернаты педагогтары командаһы еңеүсе булды. Икенсе урынды балаларҙы дистанцион уҡытыу Республика үҙәгенең Сибай подразделениеһы командаһы һәм өсөнсө урынды Сибай коррекцион мәктәп командаһы яуланы.

Еңеүселәр һәм призерҙар кубоктар, миҙалдар, дипломдар һәм ҡиммәтле бүләктәр менән бүләкләнде.

Азапкин утары яланында өс көн буйына шатлыҡ, бәхет, еңеү атмосфераһы хакимлыҡ итте. Ямғыр ҙа, йәшен дә командаларҙың кәйефен боҙа алманы!

Ярыш педагогтарға сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыу,  дәүләт дөйөм белем биреү коррекцион учреждениеларында туристик-тыуған яҡты өйрәнеү эшен ойоштороуҙың алдынғы тәжрибәһен артабан үҫтереү, туристик-тыуған яҡты өйрәнеү эшмәкәрлеге тәжрибәһе менән уртаҡлашыу мөмкинлеген бирҙе.

Былтыр Стәрлебаш районында үткән ошондай уҡ республика слетында III урын яулаған Белорет коррекцион мәктәбенең, мәғариф идаралығының сараны яҡшы ойоштороуы, Иҙел башының тәбиғәт хозурлығы турслетта ҡатнашыусыларҙың хәтерендә оҙаҡ һаҡланыр!

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас