Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары Ирек Хәйривара улы республика кимәлендә ярҙамға мохтаж махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, яугирҙарҙың туғандары һәм яҡындары менән осрашты. Медицина тәьминәте, төбәк түләүҙәре һәм юғалған туғандарҙы эҙләүҙә ярҙам итеү буйынса һорауҙар булды.
Вице-премьер янғындан зыян күргән ғаиләләр менән дә осрашып, дәүләт ярҙамы тураһында фекер алышты, ведомстволарға йөкләмәләр бирҙе һәм мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе шәхси контроль аҫтына алды.
Инйәр янғын часында Ирек Хәйривара улы янғын һүндереү техникаһын, бинаны ҡараны. Частың иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренә хеҙмәт бурыстарын намыҫлы үтәгәне, янғындарҙы һүндереүҙә һәм авария-ҡотҡарыу эштәрендә күп тапҡыр ҡатнашҡаны өсөн рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Ҡалала иһә мировой судьялар менән осрашты, бинаны ремонтлау барышын баһаланы. Алдынғыларға Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Эш сәфәре аҙағында Эске эштәр министрлығының Белорет районы һәм Белорет ҡалаһы буйынса бүлеге хеҙмәткәрҙәре менән осрашты. Полиция хеҙмәткәрҙәре менән аралашып, шулай уҡ яҡшы эшләгән хеҙмәткәрҙәргә Рәхмәт хаттары тапшыҙы. Эске эштәр бүлеге начальнигы, эске хеҙмәт подполковнигы Тимур Сәйетгәрәев менән бер нисә мәсьәләне, шул иҫәптән, Белорет полиция бүлеге бинаһында хеҙмәткәрҙәр өсөн тир ҡорамалдары һәм ҡайһы бер терәк пункттарҙа ремонт үткәреү мөмкинлеген тикшерҙе.
Республика хөкүмәте менән тығыҙ эшләү беҙҙең өсөн бик мөһим, бындай һәр сәфәр райондың көнүҙәк мәсьәләләрен хәл итергә һәм уның үҫешенә ярҙам итергә мөмкинлек бирә.