Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Июнь , 16:28

Спортты үҫтереү өсөн аҡса йүнәлтелә

Быйыл Башҡортостанға «Физик культураны һәм спортты үҫтереү» дәүләт программаһы сиктәрендә федераль маҡсатлы программаларға индерелмәгән дәүләт милке объекттарына капиталь һалыуҙарҙы берлектә финанслау өсөн федераль бюджеттан 423,551 миллион һум субсидия бүленә.

Спортты үҫтереү өсөн аҡса йүнәлтелә
Спортты үҫтереү өсөн аҡса йүнәлтелә

2024 йылдың 11 июнендә Министрҙар кабинеты башлығы Михаил Мишустин Рәсәй хөкүмәтенең тейешле бойороғона ҡул ҡуйған.

Профилле дәүләт программаһына физкультура һәм күмәк спорт, ат спортын һәм ат спорты мәктәптәрен үҫтереү, юғары ҡаҙаныштар спорты һәм спорт резервын әҙерләү кеүек өс ярҙамсы программа ҡарай.

Белешмә өсөн. Башҡортостанда былтыр дүрт ҙур спорт үҙәге, 12 физкультура-һауыҡтырыу комплексы, биш ябыҡ боҙ аренаһы һәм ике бассейн төҙөлгән. 1000-дән ашыу спорт һәм хоккей майҙансығы эшләй. Быйыл 14 ҙур спорт объекты төҙөлә, улар араһында республиканың хәҙерге тарихында иң күләмлеләре — Көрәш һарайы һәм Фехтование үҙәге.

Автор:
Читайте нас: