Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Июнь , 17:01

Уртаса хеҙмәт хаҡы билдәле булды

Башстат мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда 2024 йылдың беренсе кварталында уртаса айлыҡ номиналь иҫәпләнгән хеҙмәт хаҡы яҡынса 61 317 һум тәшкил иткән.

Уртаса хеҙмәт хаҡы билдәле булды
Уртаса хеҙмәт хаҡы билдәле булды

Был уҙған йылдың ғинуар-март айҙарына ҡарағанда 20 процентҡа күберәк. Быйыл мартта уртаса эш хаҡы 67 183 һумға еткән, был иһә 2023 йылдың мартына ҡарағанда 24,4 процентҡа юғарыраҡ. Өҫтәүенә реаль иҫәпләнгән хеҙмәт хаҡы 11,8 һәм 16 процентҡа артҡан.

Автор:
Читайте нас: