Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Июнь , 12:16

Ҡорбан ғәйете менән!

Хөрмәтле Башҡортостан мосолмандары! Һеҙҙе Изге Ҡорбан байрамы - мосолмандарҙың иң хөрмәтле байрамдарының береһе менән ихлас ҡотлайым!

Ҡорбан ғәйете менән!
Ҡорбан ғәйете менән!

Боронғо замандарҙан ул кешенең Аллаһ Тәғәләнең мәрхәмәтенә ышаныу көсөн символлаштыра. Ҡорбан байрамы быуындан-быуынға юғары рухи идеалдар тапшыра, изге эштәр һәм ғәмәлдәр менән билдәләнә. Башҡортостандың мосолман өммәте йәмғиәттең әхлаҡи нигеҙҙәрен нығытыуға һәм йәштәрҙе әхлаҡи тәрбиәләүгә лайыҡлы өлөш индерә, тәбиғәт ғәрәсәтенән зыян күргәндәргә, яңы Рәсәй төбәктәрендәге ватандаштарға, Палестиналағы Газа секторындағы дин ҡәрҙәштәргә ярҙам күрһәтеүҙә әүҙем ҡатнаша.

Махсус хәрби операция башланғандан алып мосолман яугирҙары башҡа дин вәкилдәре кеүек үк, хәрби бурыстарҙы уңышлы үтәй, фиҙакәрлек, батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Башҡортостан яугирҙары янында булған иман хеҙмәткәрҙәре уларға рухи яҡтан ныҡлы терәк.

Төрлө дин һәм милләт вәкилдәре араһындағы үҙ-ара ихтирам һәм яҡшы мөнәсәбәт республикабыҙҙа һәр ваҡыт төп ҡиммәт, тыныслыҡ һәм татыулыҡ нигеҙе булды һәм буласаҡ – был беҙгә сикһеҙ ҡәҙерле һәм беҙ уны һаҡлаясаҡбыҙ.

Ошо изге көндәрҙә Башҡортостанда йәшәүселәрҙең барыһына ла һаулыҡ, муллыҡ, бәхет, ғаилә йылыһы теләйем.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.

Автор:
Читайте нас: