Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Июнь , 00:47

Ил Президенты "Геройҙар ваҡыты" ҡатнашыусылары менән осрашты

Ил Президенты Владимир Путин Мәскәү эргәһендәге Солнечногорскиҙағы “Сенеж” идара итеү оҫтаханаһында “Геройҙар ваҡыты” белем биреү программаһында ҡатнашыусылар менән осрашты.

Ил Президенты "Геройҙар ваҡыты" ҡатнашыусылары менән осрашты
Ил Президенты "Геройҙар ваҡыты" ҡатнашыусылары менән осрашты

Был программа Рәсәй Президенты башланғысы менән юл алды һәм Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһының Юғары дәүләт идара итеү мәктәбе тарафынан тормошҡа ашырыла.

Программаның төп маҡсаты: махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм ветерандар араһынан да юғары квалификациялы, компетентлы идарасыларҙы әҙерләү. Улар артабан дәүләт һәм муницпаль власть органдарында эшләйәсәк. Тәүге 83 кеше белем ала ла инде.

Рәсәй Президенты илебеҙҙә Ватанға хеҙмәт итеү, уны һаҡлау һәм арттырыу ҡарарын ҡабул иткән кешеләрҙең һәр саҡ булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Башҡортостандан 23 махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы “Геройҙар ваҡыты” программаһын үткән һәм киләһе ағымдарҙа уҡырға әҙерләнә.

Автор: Әлфиә Батырова.

Фото: kremlin.ru

 

Автор:
Читайте нас: