Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Июнь , 17:31

Радий Хәбиров Белоруссияны Башҡортостандың төп партнеры тип атаны

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Витебскиҙа Беларусь һәм Рәсәй төбәктәре форумында сығыш яһағанда республиканы төп эшлекле партнерыбыҙ тип атаны.

Радий Хәбиров Белоруссияны Башҡортостандың төп партнеры тип атаны
Радий Хәбиров Белоруссияны Башҡортостандың төп партнеры тип атаны

«Улар — беҙҙең дуҫтарыбыҙ һәм фекерҙәштәребеҙ. Беҙҙе һәр саҡ Белоруссиялағы коллегаларҙың эшлеклелеге, халыҡтарыбыҙҙың мәҙәни һәм рухи яҡынлығы хайран ҡалдыра, был иһә беҙгә тиҙ генә килешеп, уртаҡ проекттарҙы бойомға ашырырға мөмкинлек бирә. Беларусь төбәктәре, ошо илдең ҙур предприятиелары менән хеҙмәттәшлек, сәнәғәт кооперацияһы һөҙөмтәһендә беҙ импортты алмаштырыу мәсьәләләрен, илдең технологик суверенитетына өлгәшеүҙе уңышлы хәл итәбеҙ. Республикабыҙҙа бығаса булмаған яңы компетенциялар барлыҡҡа килә», — тине Хәбиров.

Башҡортостан Беларусь менән иҡтисад өлкәһенән тыш, мәҙәниәт, туризм, сәнәғәт һәм башҡа йүнәлештәр буйынса уңышлы хеҙмәттәшлек булдыра, был эште артабан да дауам итербеҙ, тип белдерҙе Радий Хәбиров.

Автор:
Читайте нас: