Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Июнь , 17:08

Бәхил бул, яугир!

Бөгөн Ҡоҙғон-Әхмәр ауылында әсәһе – улын, улы – атаһын, туғандары ҡусты-ағаһын, ауылдаштар яҡташын һуңғы юлға оҙатты.

Бәхил бул, яугир!
Бәхил бул, яугир!

Ҡоҙғон-Әхмәр халҡы 20 майҙа махсус хәрби операция барышында һәләк булған рядовой Рәфис Йосопов менән хушлашты.

Рәфис Сөләймән улы 1982 йылда Ҡоҙғон-Әхмәр ауылында тыуып үҫә,башланғыс мәктәпте тыуған ауылында, һуңынан Белорет лицей-интернатында белем ала. Күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнә, яҡшы уҡый. Математиканы ярата, ҡатмарлы мәсьәләләрҙе яратып сисә, шахмат уйнарға, спорт менән шөғөлләнә. Һәр ваҡыт ата-әсәһенә хужалыҡ эштәрендә ярҙам итергә тырыша. Тыйнаҡ, ярҙамсыл, бер ҡасан да маҡтанып йөрөмәй. Чечен Республикаһында хәрби-һауа ғәскәрҙәрендә үтә. Армиянан һуң полицияла эшләй, ситтән тороп Белорет иҡтисад колледжында юрист һөнәренә уҡый. Һуңғы ваҡытта вахта ысулы менән эшләй, төҙөлөш эштәре менән шөғөлләнә.

2022 йылдың 27 сентябрендә яугир хәрби махсус операцияһына мобилизациялана. Хеҙмәттәштәре әйтеүенсә, Рәфис тоғро дуҫ, яҡшы һәм аҡыллы кеше була. Бер кемде лә рәнйетмәй, ғәҙел була. Бер ҡасан да ярҙамдан баш тартмай, үҙ эшен йөҙ процентҡа башҡара.

Рәфис Сөләймән улының туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Ул ысын ир һәм Ватанды һаҡлаусы. Онотмабыҙ...

Автор:
Читайте нас: