+16 °С
Облачно
Был хаҡта республика етәксеһенең йәмәғәтселәр менән осрашыуында Дағстан мосолмандарының рухи лидеры Әхмәт-Әфәнде Абдулаев белдерҙе.
«Рәсәйҙең дин әһелдәре был һорауға яуап бирергә ашыҡмай, ләкин мин яуап бирәм. Беҙ никабты тыйыу тураһында фәтүә әҙерләйбеҙ», — тине Дағстан мөфтөйө.
23 июндә Махачкала һәм Дербент ҡалаларында сиркәүгә, синагогаға һәм полицияға һөжүм булды, шунан һуң никаб тураһында йәнә ҡыҙыу бәхәстәр башланды.