Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Июль , 16:42

Әсәлек капиталын - шәхси йорттар төҙөүгә

Әсәлек капиталы аҡсаһын шәхси торлаҡ төҙөлөшөнә йүнәлтеү мөмкинлеген күҙ уңында тотҡан закон проекты Дәүләт Думаһында икенсе уҡыуҙы үтте.

Әсәлек капиталын - шәхси йорттар төҙөүгә
Әсәлек капиталын - шәхси йорттар төҙөүгә

 Федераль киң мәғлүмәт саралары яҙыуынса, балаға дәүләт ярҙамын файҙаланыуҙың төп шарты — т эскроу иҫәбе аша, сөнки төҙөүселәргә аҡса объектты тапшырғандан һуң ғына күсергә тейеш

Әсәлек капиталы һәм эскроу иҫәбе ипотекала һәм күп фатирлы йорттар төҙөлөшөндә киң ҡулланыла.

Закон проектына ярашлы, түбәндәге шарттарҙы үтәргә кәрәк: подрядсының Торлаҡ төҙөлөшө берҙәм мәғлүмәт системаһында аккаунты һәм банк аккредитацияһы булырға, үҙебеҙҙә етештерелгән йорт комплекттарын йәки типовой проекттарҙы файҙаланырға тейеш.

Шәхси торлаҡ төҙөлөшөндә эскроу иҫәптәре өлөшләтә ҡатнашыу килешеүендәге кеүек ҡағиҙәләр буйынса страховкалана — яҡынса 10 миллион һумды ҡайтарырға мөмкин.

Автор:
Читайте нас: