Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Июль , 11:18

Батыр булып ҡайтты

12 майҙа махсус хәрби операция барышында һәләк булған рядовой Заһит Низамовтың ғаиләһенең һәм яҡындарының тәрән ҡайғы уртаҡлашам, - тине район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта матәм митингыһында. - Мөхәмәт ауылында беҙ уны һуңғы юлға оҙаттыҡ.

Батыр булып ҡайтты
Батыр булып ҡайтты

Заһит Ғәли улы 1993 йылда Мөхәмәт ауылында тыуған. Урта мәктәптә уҡығандан һуң, Әбйәлил районындағы һөнәрселек училищеһын тамамлай. Иретеп йәбештереүсе һөнәрен ала. Һөнәре буйынса вахта ысулы менән эшләй.

Быйыл апрелдә махсус хәрби операцияһы зонаһына юллана.  Туғандары һәм яҡындары Заһиттың тырыш, ярҙамсыл, аралашыусан, изге күңелле, йомарт кеше булыуын билдәләй. Һәр ваҡыт ғаиләһенә, һеңлеһенә ярҙам итә. Яҡындарының барыһы ла уны бик ярата.

Заһит Ғәли улы ауыл тормошонда әүҙем ҡатнаша. Мөхәмәт ауылында күпер төҙөүҙә ярҙам иткәне өсөн Белорет районы хакимиәтенең Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнә.

Хәрби бурысты үтәгәндә күрһәткән фиҙаҡәрлеге, ҡыйыулығы һәм тәүәккәллеге өсөн рядовой Низамов (үлгәндән һуң) Батырлыҡ ордены менән бүләкләнә.

Шундай йомарт йәнле, ихлас егеттәрҙең, ысын илһөйәрҙәренең китеүе үкенесле. Батыр яугирҙы яҡты иҫтәлек көтә.

Сығанаҡ - Андрей Иванюта.

Автор:
Читайте нас: