Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Июль , 11:26

Уяулыҡты онотмағыҙ!

Белоретта йәшәүсе ҡатын инвестицияларҙан табыш алыу ниәте менән мутлашыусыларға 6 миллион һум аҡса күсергән.

Уяулыҡты онотмағыҙ!
Уяулыҡты онотмағыҙ!

Зыян күреүсе үҙ һәм кредит аҡсаһын, шулай уҡ таныштарынан бурысҡа алған аҡсаһын юғалта. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынс абүлегенә ярҙам  һорап  57 йәшлек шәхси эшҡыуар мөрәжәғәт итә.Ҡатын өс  ай элек билдәһеҙ ир-аттың биржа платформаһында табыш алырға ярҙам итергә вәғәҙә итеүенә зарлана, әммә вәғәҙәһен үтәмәй.

Ғариза биреүсе хәлдең нескәлектәрен һөйләп бирә. Зыян күреүсенең һүҙҙәренсә, март аҙағында ул Интернетта  ҡиммәтле ҡағыҙҙарға инвестицияларҙан яҡшы килем вәғәҙә иткән реклама күргән. Был тәҡдим уға ҡыҙыҡ булып күренә һәм ҡатын һылтанманы асып,  сайтта телефон номерын һәм исемен бирә. Тиҙҙән уға Роман исемле кеше шылтырата, ул үҙен финанс аналитигы итеп таныта һәм ҡатмарлы инвестиция донъяһын өйрәнеүҙә ярҙам итергә тәҡдим итә. Бөтә аралашыуҙар мессенджерҙар һәм финанслаусы ҡушҡан ҡушымталар аша бара. Ул ҡатын-ҡыҙҙы,киләсәккә процентлы табыш менән иҫәпләгәндә, аҡсаны инвестициялауға, хәүеф-хәтәргә дусар итеүгә күндерә.

Тәүҙә ҡатын сит кешеләр иҫәбенә ҙур булмаған сумма аҡса күсерә. Уның уяулығын картаһына бер нисә тапҡыр килем булып ингән аҡса юғалта. Шул саҡта ул ҙур аҡса һалырға ҡарар итә. Ҡатын үҙенең аҡсаһын туплай, бер нисә кредит һәм микрозаймала, дуҫтарынан аҡса һорай. Бөтә аҡсаны ул күрһәтелгән иҫәптәргә күсерә, әммә бер ниндәй ҙә табыш ала алмай.Финанс аналитик менән ике айлыҡ бәйләнеш өҙөлә. Эшҡыуар аферист  хәйләһенә эләккәнен аңлай һәм полицияға мөрәжәғәт итә. Дөйөм алғанда,ғариза биреүсе мутлашыусыларға 6 миллион һумға яҡын аҡса күсерә.

Мутлашыу факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла. Полиция йәнә бер тапҡыр халыҡҡа таныш булмаған кешеләр менән аралашыуҙа  хәүефһеҙлек саралары тураһында иҫкәртә. Үҙегеҙгә килгән мәғлүмәттет икшерегеҙ,  шикле коммерция тәҡдимдәренә яуап бирмәгеҙ һәм шәхси мәғлүмәттәрҙе өсөнсө кешеләргә бирмәгеҙ.  Мутлашыусыларға аҡсағыҙҙы урларға юл ҡуймағыҙ!

Гүзәл ДРОНОВА,

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районыбуйынса бүлеге хеҙмәткәре.

 

Фото: onlinevologda.ru

Автор:
Читайте нас: