+16 °С
Облачно
Водитель саҡырыу буйынса китеп барғанда, уға клиент шылтыратып, һөйгәне өсөн такси саҡырғанын һәм карта һандары буйынса күсерергә әҙер булыуын хәбәр итә. Таксисҡа банк картаһы номерын һәм смс-хәбәрҙән кодты бирергә ҡуша.
Түләүҙе һәм клиентты водитель көтөп ала алмай, ә һуңыраҡ уның исеменә 350 мең һум күләмендә кредит рәсмиләштерелгәнлеген асыҡлана.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, аҡса күсереүҙе алыу өсөн түләүсегә картаның номерын (картаның кире яғындағы 3 цифрҙан тыш) йәки телефон номерын ғына әйтергә мөмкин!