Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Июль , 17:24

Такси водителдәрен тикшереү башланды

Башҡортостанда 31 июлгә тиклем «Такси» рейдтары башланды.

Такси водителдәрен тикшереү башланды
Такси водителдәрен тикшереү башланды

Полиция дәүләт автоинспекцияһы, иҡтисади хәүефһеҙлек һәм миграция мәсьәләләре буйынса бүлектәре, шулай уҡ республиканың транспорт һәм юл хужалығы министрлығы менән берлектә күләмле саралар үткәрә. Быйыл ярты йыл эсендә республикабыҙҙа еңел таксиҙар ҡатнашлығында 28 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа ике кешенең ғүмере өҙөлгән, 38-е йәрәхәтләнгән.

«Рейдтар юлдарҙа хәлдәрҙе тотороҡландырыу һәм транспорт хеҙмәттәре күрһәткәндә халыҡтың именлеген тәьмин итеү өсөн уҙғарыла. Еңел такси водителдәренең юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге талаптарын үтәүенә, билдәләнгән өлгөләге водитель таныҡлығының, пассажирҙар һәм багаж ташыуға рөхсәте булыуына, эш һәм ял режимын үтәүенә, шулай уҡ транспорттың техник торошона айырыуса иғтибар йүнәлтелә», — тип хәбәр итә Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһы етәксеһе Владимир Севастьянов үҙенең телеграм-каналында.

Ял көндәрендә Өфөлә дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре 28 иҫерек водителде тотҡан.

Автор:
Читайте нас: