Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Июль , 11:16

Кандидаттарҙы теркәү тамамланды

Белорет районы муниципаль район Советына һәм 18 ауыл биләмәһе Советына депутатлыҡҡа кандидаттарҙы теркәү тамамланды.

Кандидаттарҙы теркәү тамамланды
Кандидаттарҙы теркәү тамамланды

Белорет районының урындағы үҙидаралыҡтың вәкиллекле органдарына бөтәһе 268 кандидат күрһәтелгән. Территориаль һайлау комиссияһы, кандидаттар тәҡдим иткән документтарҙы ҡарағандан һуң, закон менән ҡаралған кандидат күрһәтеү тәртибенең үтәлешен һәм тәҡдим ителгән мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөгөн тикшергәндән һуң, уларҙың 11-ен теркәүҙән баш тартты. 7 кеше үҙҙәре тәҡдим итеү осоронда, 2-әүһе - теркәлгәндән һуң кандидатураларын ала. Шулай итеп, район Советына 19 мандат өсөн 38 кеше, ауыл Советтарына 165 мандат өсөн 210 кеше көрәшә.

Белорет районы муниципаль район Советына депутаттар һайлауҙа “Берҙәм Рәсәй” партияһынан - 19, КПРФ-тан - 1, ЛДПР-ҙан - 8, “Ғәҙел Рәсәй” партияһынан 10 кандидат ҡатнашасаҡ.

Ауыл Советтарына "Берҙәм Рәсәй" партияһынан - 163, КПРФ-тан - 5, ЛДПР-ҙан - 23, "Ғәҙел Рәсәй" партияһынан - 16 һәм  үҙ-үҙен күрһәтеүсе 3 кандидат дәғүә итә.

Район һәм ауыл Советтары депутаттарын һайлау өс көн дауамында, Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлау менән бер рәттән, 6, 7 һәм 8 сентябрҙә үтәсәк.

Автор:
Читайте нас: