Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Июль , 14:44

Аҡса кире ҡайтарыла!

Рәсәй Банкының БР буйынса Милли банкы бүлексәһенең хәүефһеҙлек бүлеге начальнигы урынбаҫары Рәмил Насибуллин ошо турала һөйләне.

Аҡса кире ҡайтарыла!
Аҡса кире ҡайтарыла!

– 25 июлдән банктар телефон мутлашыусылары урлаған аҡсаны кире ҡайтара башлай. Банк Рәсәй Банкының махсус базаһына эләккән, йәғни мутлашыу схемаһында сағылып ҡалған иҫәп һәм карта номерҙарына аҡса күсерә икән, тимәк, ул кире ҡайтарыласаҡ.

Нисек тиһегеҙме? Әгәр кеше шикле иҫәпкә аҡса ебәрһә, банктар клиенттарға номерҙың мутлашыусыныҡы булыуын хәбәр итергә һәм операцияны туҡтатырға бурыслы. Аҡса ебәреүсенең уйларға һәм ғәмәлдән баш тартыуға ике көн ваҡыты буласаҡ. Әгәр клиент ике көндән һуң операцияны раҫлаһа, аҡса юғаласаҡ. Был осраҡта банк эҙемтәләр өсөн яуап бирмәй һәм компенсацияламай. Ә зыян күреүсегә полицияға мөрәжәғәт итергә генә ҡала.

Тағы ла бер мөһим яңылыҡ – банктар дропперҙарға дистанцион хеҙмәтләндереүҙе туҡтата. Дропперҙар – урланған аҡсаны сығарыу өсөн үҙенең банк иҫәптәрен һәм карталарын биргән кешеләр.  Һөҙөмтәлә улар карталар менән файҙалана һәм онлайн-операциялар яһай алмаясаҡ.

Мутлыҡ номерҙары базаһын Рәсәй Банкы формалаштыра. Унда граждандарҙың һәм ойошмаларҙың номерҙары бар. Әгәр номер был базаға хата арҡаһында эләкһә, уны алып ташларға мөмкин. Бының өсөн ике юл бар:

һеҙ хеҙмәтләндерелгән банкка ғариза менән мөрәжәғәт итергә;
ғаризаны cbr.ru. сайтында интернет-ҡабул итеү аша Рәсәй Банкына ебәрергә.
Ғаризала түбәндәгеләрҙе күрһәтергә кәрәк:

тулыһынса исем-шәрифте, атаһының исеме;
телефон;
паспорттың серияһы һәм номеры;
шулай уҡ мутлашыусылар базаһына инеүегеҙ тураһында әйткән банктың исеме һәм банк иҫәбе номеры йәки картаһы.
Ойошмаларға һәм шәхси эшҡыуарҙарға шулай уҡ ИНН күрһәтергә кәрәк буласаҡ.

Рәсәй банкы ғаризаны 15 эш көнө эсендә ҡараясаҡ. Әгәр клиент үҙ банкына мөрәжәғәт итһә, ҡарар ошо банкка йүнәлтелә. Әгәр ҙә инде Рәсәй Банкына ғариза ебәрелгән булһа, яуап тура клиентҡа килә.

Фото: khab-vesti.ru

Автор:
Читайте нас: