– Бәләкәй Ватаныбыҙ – Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡулынан ошондай юғары награданы алыу – минең өсөн ҙур мәртәбә, – тине Оскар Ситдыҡов. – Радий Фәрит улына, ниһайәт, тыуған яғыма ҡайтырға ярҙам иткәне өсөн рәхмәт һүҙҙәрен әйткем килә. 2007 йылдан алып Рәсәй буйлап йөрөйөм һәм яҡындарыма, ғаиләмә ҡайтҡым килде, ә Радий Фәрит улы миңә хыялымды тормошҡа ашырыу өсөн үҙенсәлекле мөмкинлек бирҙе.
Оскар Эхтибарович махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, Батырлыҡ ордены кавалеры, "Батырлыҡ өсөн" миҙалы менән бүләкләнгән.
Хәрби "Батырҙар дәүере" Президент кадрҙар программаһында ҡатнаша, ул махсус ъхәрби операция ағзалары араһынан власть органдарында һәм дәүләт корпорацияларында эшләү өсөн етәкселәр әҙерләй.
Програмала ҡатнашырға теләүсе 43 мең яугир ғариза бирә, әммә бөтә Рәсәйҙән 83 кеше генә һайлап алыуҙы үтә.
Радий Фәрит улы Үҙәнбаш егете өсөн остаз була һәм хәҙер Оскар Башҡортостан Башлығы Хакимиәтендә стажировка үтә.
Оскар Ихтибар улы 1989 йылда тыуған, башланғыс кластарҙы ауыл мәктәбендә тамамлаған, һуңынан Белорет лицей-интернатында уҡыған. XI кластан һуң Санкт-Петербургта Советтар Союзы Маршалы С.М. Буденный исемендәге Хәрби элемтә академияһында хәрби программист һөнәренә уҡый, әммә һуңыраҡ хәрби разведка йүнәлешен һайлай.
Академияны тамамлағандан һуң, Бүрәтстанда хеҙмәт итә. Сүриә Ғәрәп Республикаһында махсус операцияла ҡатнаша, тәүге көндәрҙән үк махсус хәрби операцияла була.
Стажировканан һуң Оскар, теләһә, тыуған республикала ҡала һәм дәүләт йәки муниципаль власть органдарында эшләй ала.