Йәмғиәт
29 Июля 2024, 06:49

Дөрөҫ сабыныу ҙа бик мөһим

27-28 июлдә Ҡырмыҫҡалы районының Түбәнге Тимкә ауылы янында "Рәхәттә" (“На Рахате”) һаулыҡ һәм туризм фестивале үтте. 

Дөрөҫ сабыныу ҙа бик мөһимДөрөҫ сабыныу ҙа бик мөһим
Дөрөҫ сабыныу ҙа бик мөһим

Өфөнән генә түгел, республикабыҙҙың башҡа төбәктәренән дә мунсалар баш ҡаланан 30 саҡрымда урынлашҡан “Фазенда” клубы тирәләй урын алды.  Миндектең төрлөһө менән сабыныу мөмкинлеге бар. Ялын ғәҙәти итеп үткәрергә теләмәгән замандаштарыбыҙ сараны ҡараны. Уларҙы тәбиғәттең бер аҙ көйһөҙләнеп тороуы ла туҡтатманы. 

- Өс йыл буйы үткәрелгән “Рәхәттә” фестиваленең һөҙөмтәләре лә бар. Күп кенә комплекстар асыла. Иң мөһиме - беҙҙе ишеттеләр, шифаханалар, профилакторийҙар, ял итеү йорттары һәм башҡалар мунса, сәләмәтләндереү практикаһы һәм туризм – уларҙың барыһы ла бер нәмә тураһында. Беҙҙең төп маҡсатыбыҙ – бизнес платформаһын булдырыу, бизнес берҙәмлектәрен ойоштороу. Улар беҙҙең менән бергә сифатлы, дөрөҫ һәм яҡшы ялдың нимә икәнлеген алға этәрә. Маҡсатыбыҙ – ошондай “йондоҙ”ҙарҙы табыу, сифатлы мәғлүмәткә эйә булһындар, сифатлы комплекстар төҙөһөндәр, тылсымлы туризм һуҡмаҡтарын барлыҡҡа килтерһендәр, - тине “Евразия мунса федерацияһы” акционерҙар коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы директоры Кристина Бугрова.

Ярыштар бик үҙенсәлекле ине. Бер оҫтаның бер йәки, киреһенсә, күпләп, хатта 65 кешене сабындырыу һәләтенә эйә булыуы һоҡланыу уятты.

Әйткәндәй, оҫталар әйтеүенсә, мунсала дөрөҫ сабыныу ҙа бик мөһим. Иң тәүҙә еңел, һалмаҡ хәрәкәт менән аяҡ табаны, аяҡтар, арҡа һәм ҡулдарҙан өҫтән аҫҡа, аҫтан өҫкә ҡарай бер нисә тапҡыр үтергә кәрәк. Бынан һуң, лимфатик төйөндәр урынлашҡан тубыҡ аҫтындағы соҡор, сат өлкәһен һәм ҡултыҡ аҫты соҡорона теймәй генә миндек менән тәнде сабырға. Иң һуңынан миндек менән ҡул, бил, тубыҡ һәм аяҡ табандарына баҫып торорға. Бындай массаж ҡан әйләнешен көсәйтә, күҙәнәктәрҙе аса һәм һөҙөмтәлә тәндән тир, шлактар күберәк сыға.
Мунса менән дөрөҫ ҡулланғанда ғына ул кәйефте күтәрә, тәнде сафландыра, хәл-торош күпкә яҡшыра, эшкә һәләтлелек арта.

Автор:
Читайте нас