Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Август 2024, 11:48

Мөмкинлектәр сикһеҙ

2024 йыл Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тарафынан Һаулыҡ мөмкинлектәре сикле кешеләр тураһында хәстәрлек йылы тип иғлан ителгәйне. “Беҙ инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә, хеҙмәт йәшендәге инвалидтарға етди ярҙам күрһәтәсәкбеҙ. Уларҙы эш урыны менән тәьмин итеү, уҡыу-уҡытыуҙы ойоштороу, уңайлы мөхит тыуҙырыу, реабилитация системаларын булдырыу йәһәтенән эш етерлек. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнһә лә, бындай кешеләрҙең мөмкинлеге сикһеҙ. Беҙҙең бурыс - уларҙың йәшәү кимәлен күтәрерлек уңайлы мөхит булдырыу, технологиялар индереү”, - тигәйне ул үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә.

Мөмкинлектәр сикһеҙ
Мөмкинлектәр сикһеҙ

Эйе, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән бала тәрбиәләүҙең бар ыҙаһын, яуаплылығын уның менән тәүлек әйләнәһенә бергә булған яҡындары ғына белә. Башлыса был йөкләмә әсәй иңенә ята. Әлбиттә, үҙенсәлекле балаларҙы реабилитациялау, уларға белем-тәрбиә биреү йәһәтенән төрлө дәүләт учреждениелары, йәмәғәт ойошмалары етерлек. Ә бына йәш кешене үҙ аллы тормошҡа әҙерләгән, балаға ғына түгел, әсә кешегә лә йәмғиәттә үҙ урынын табырға, социалләшергә ярҙам иткәндәре юҡ кимәлдә.

Ошо проблеманы күҙ уңында тотоп, үҙенсәлекле балалар тәрбиәләгән булдыҡлы әсәйҙәр - Елена Габайдуллина һәм Наталья Гуненкова Белоретта сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән йәштәр һәм өлкәндәр өсөн ышаныс вә ярҙам мөхите булдырыуға иреште. Уҙған аҙнала Тюленин, 14 (7-се этаж) адресы буйынса урынлашҡан “Феникс” мөмкинлектәр үҙәге тантаналы рәүештә үҙ ишектәрен асты.

- Эшебеҙҙе һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән йәштәр өсөн хәүефһеҙ һәм дуҫтарса мөхит булдырған, уларҙы “өлкәндәр тормошо”на әҙерләгән көндөҙгө ял төркөмдәрен ойоштороуҙан башларға ниәтләйбеҙ. Балалар өсөн, аҙмы-күпме, бындай үҙәктәр ойошторолған, ә 18 йәштән уҙған ҡыҙ-егеттәр өйҙә, телефон йә компьютер артында ултырырға мәжбүр. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән йәштәрҙе хеҙмәт күнекмәләре менән тәьмин итеү мөһим. Улар өсөн үҙәктә тегеү, бәйләү, аш-һыу әҙерләү, балсыҡтан изделиелар яһау, балта оҫтаһы кеүек һөнәрҙәргә өйрәткән түңәрәктәр, оҫтаханалар булдырыла. Әҙер продукцияны  иһә һатып, килем алырға була.

Беҙҙе рухландырып, ҡанатландырып тороусыбыҙ - Өфөлә “күнекмә фатирҙар” (“тренировочные квартиры”) ойошторған Людмила Сахапова. Өлкән кешенең күҙәтеүе аҫтында йәшәгән инвалид йәштәр үҙҙәрен ҡарарға, көнөн, бюджетын планлаштырырға, тәғәм әҙерләргә, эшкә йөрөргә өйрәнә, социалләшә. Был үҙенә күрә өлкәндәр тормошон имитациялау. Киләсәктә беҙ ҙә ошондай уҡ үҙенсәлекле реабилитациялау урындары булдырырға теләйбеҙ. Эйе, беҙҙең ойошма әлегә рәсми теркәлеү этабында ғына. Шуға ла ваҡытлыса дәүләт ярҙамына өмөт итә алмайбыҙ. Әммә изге күңелле кешеләрҙең күплегенә, уларҙың рухи һәм матди ярҙамына ихлас ышанабыҙ. Үҙ сиратымда, һәр йәһәттән ярҙам күрһәткән ойошмаларға, район-ҡала етәкселегенә, бинаны беҙҙең өсөн уңайлы шарттарҙа файҙаланыуға биргән “Техно-Лайн” йәмғиәте етәксеһе Владимир Прохоровҡа, Урал спорт инвентарҙары заводына ҙур рәхмәт белдерәм, - ти үҙәкте булдырыусыларҙың береһе Наталья  Гуненкова. 

Ойоштороусыларҙың фекеренсә, бындай үҙәк һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән йәштәр өсөн генә түгел, уларҙың әсәйҙәре өсөн дә зарури. Ярҙамға мохтаж балаһынан бер минутҡа ла айырылырға ҡыймаған әсәгә лә үҙ эштәрен теүәлләргә, аралашыу даирәһен киңәйтергә, яңы һөнәр үҙләштерергә мөмкинлек бирәсәк ул. 

- Эйе, әсәйҙәр ҙә реабилитацияға мохтаж. Уларҙың ялы ла, отпускыһы ла юҡ. Үҙенсәлекле бала баҡҡан ҡатын-ҡыҙҙың да йәшәйеше тулы ҡанлы булырға тейеш. Мөмкинлектәр үҙәге әсәйҙәрҙең тормошон әҙерәк булһа ла ҡыҙыҡлыраҡ, еңелерәк итер тип ышанам. Йәнә, атай-әсәйҙәр мәңгелек түгел, ғәриплеге булған балаларға үҙ аллы йәшәргә, үҙҙәрен үҙҙәре ҡарарға өйрәнеү мөһим, - ти район хакимиәте башлығы советнигы Ирина Реус.

“Феникс” мөмкинлектәр үҙәгенең тағы ике үҫеш йүнәлеше күҙаллана: “Махсус тренажерка” булдырыу һәм “Бочче” уйынын үҫтереү. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе интенсив реабилитациялауға доктор В.А. Качесовтың уникаль автор тренажерҙарын һатып алыу өсөн матди ярҙам талап ителә. “Бочче” уйынына килгәндә, бөгөнгө көндә Белоретта ике команда - юниорҙар һәм өлкәндәр шөғөлләнә. Уйынға ҡушылырға теләүселәр бар ҙа бит, әммә бының өсөн  тағы 2-3 комплект туп һатып алырға кәрәк. Әйткәндәй, “Бочче” буйынса беҙҙекеләр Магнитогорск, Учалы ҡалаларында уҙған төбәк-ара ярыштарҙа ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтә күрһәтергә өлгөргән.

 “Феникс” мөмкинлектәр үҙәген асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта, ҡала биләмәһе башлығы Евгений Пономарев, район хакимиәте башлығы советнигы Ирина Реус, Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең район-ҡала ойошмаһы рәйесе Сергей Андриянов, “Ирис” ғаилә клубы етәксеһе Ынйы Залавина, Белорет ҡалаһының тренинг үҙәге етәксеһе Айгөл Вәлиева һәм башҡалар ҡатнашты.

- Белоретта ошондай үҙәк барлыҡҡа килеүенә бик шатмын. Был, һис шикһеҙ, бик кәрәкле һәм мөһим йүнәлеш. Үҙ сиратыбыҙҙа, һәр йәһәттән ярҙам итергә тырышырбыҙ. Ойошма үҫешһен, уңыштарға өлгәшһен, - тине үҙ сығышында Андрей Иванович, үҙәккә термопот бүләк итеп.  

Урал спорт инвентарҙары заводы вәкиле Әлфинә Әхмәтйәнова ла байрамға буш ҡул менән килмәгән. Ул завод коллективы исеменән ойошманы махсус тренажер менән бүләкләне.

Район-ҡала инвалидтар йәмғиәте рәйесе Сергей Андриянов, әүҙем йәмәғәтсе Алексей Гридневский, Ирина Реус та “Феникс” мөмкинлектәр үҙәге етәкселегенә изге теләктәрен еткерҙеләр, маҡсаттарының мөһимлеген, зарурилығын билдәләнеләр. 

Ҡаланың “Ағиҙел һылыуҙары” башҡорт бейеү коллективының (етәксеһе Нәргизә Асҡарова) “Тыпырҙаҡ” бейеүе, йыр-моңдар байрамға сағыу биҙәк өҫтәне.

 

 

Ынйы ЗАЛАВИНА, “Ирис” ғаилә клубы етәксеһе:  

- Үҙенсәлекле балалар тәрбиәләгән бер нисә әсәй махсус үҙәк асыу йәһәтенән фекерҙәре менән уртаҡлашҡас, изге ниәттәрен хуплап, Белорет ҡалаһының тренинг үҙәге менән берлектә һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙҙыҡ. Эйе, мин дә балалар менән эшләйем, һаулыҡ мөмкинлектәре сикле ҡыҙ-малайҙар тәрбиәләгән әсәйҙәр ҙә йыш мөрәжәғәт итә. Был махсус үҙәк балаларға ла, әсәйҙәргә лә ҙур ярҙам булыр, инвалидтарҙың проблемаларына һәм ихтыяждарына йәмғиәттең толерантлылығын арттырыр.     

 

Елизавета КАЛИНИНА, 22 йәш:

- “Феникс” мөмкинлектәр үҙәге минең өсөн бик файҙалы буласаҡ. Яңы һөнәрҙәргә өйрәнермен, ниһайәт, күптәнге хыялымды тормошҡа ашырып, балсыҡтан изделиелар эшләп ҡарармын. Гелән өйҙә ултырғас, дуҫтарым да һанаулы ғына - йәштәштәрем менән аралашырмын, яңы танышлыҡтар булдырырмын. 

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: