Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Август 2024, 12:03

“Ирәндек” туристик-рекреацион кластеры булдырыласаҡ

Был хаҡта “Башҡорт аты” халыҡ-ара фестивалендә Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко белдерҙе.  

“Ирәндек” туристик-рекреацион кластеры булдырыласаҡ
“Ирәндек” туристик-рекреацион кластеры булдырыласаҡ

Булдырыласаҡ кластерға Баймаҡ һәм Әбйәлил райондары инәсәк, шулай уҡ Урал аръяғының башҡа райондарына ла иғтибар йүнәлтеләсәк. Кластер һыбай йөрөү туризмы тупланмаһы буласаҡ. Рәсми рәүештә Баймаҡ районында ғына 15 мең ат, ысынында иһә 25 мең ат бар тип һанала.

Кластерҙа ҡатнашыусыларҙың барыһын да — ат хужаларын, тире менән эш итеү оҫтаханаларын, милли аш-һыу, ат спорты һәм туристик үҙәктәрен туплаясаҡ.  Шулай итеп, ул инвестициялар йәлеп итергә, яңы эш урындары булдырырға һәм туристарҙың өҫтәмә ағымын булдырырға ярҙам итәсәк.

Кластер Ирәндек һыртының көньяҡ, үҙәк һәм төньяҡ өлөштәренә, шул иҫәптән күп һанлы археологик ҡомартҡылар урынлашҡан шул уҡ исемле ҡурсаулыҡҡа ла тараласаҡ.

 

Елена Бастанова фотоһы.

Автор:
Читайте нас: