Һайлауҙарға бер ай ҡалғас, һорау алыныусыларҙың 78 проценты алдағы һайлауҙар тураһында етерлек мәғлүмәт алған, тип иҫәпләй. 64 проценты һайлауҙа ҡатнашырға йыйыныуын, 18 проценты әлегә хәл итмәгәнлеген, 16 проценты һайлауҙа ҡатнашмаясағын белдерә.
Башҡортостан Башлығы вазифаһына теркәлгән кандидаттарҙың шәхсән танылыуына килгәндә, Радий Хәбировта, һорау алыу мәғлүмәттәре буйынса, ул 97,4% тәшкил итә, либерал-демократ Иван Сухаревта - 23,7%. Владимир Нагорныйҙың танылыу кимәле 19,6%, "Яңы кешеләр" партияһынан кандидат Илшат Тимерйәновтың - 16,8%, коммунистар вәкиле Артур Шәйнуровтың - 16,4% тәшкил итә.
Һорау алыусыларҙың электораль өҫтөнлөктәре түбәндәгесә бүленә. Һайлауҙарҙа тауыш бирергә планлаштырыусыларҙың 78 проценты Радий Хәбиров (Берҙәм Рәсәй) өсөн тауыш бирергә йыйынған. Агитация кампанияһының ҡыҙыу мәлендә башҡа өҫтөнлөктәр түбәндәгесә: Владимир Нагорный - 3%, Иван Сухарев - 4%, Илшат Тимерйәнов - 6,5%, Артур Шәйнуров - 8,5%. Һорау алыу барышында кандидаттарҙың фамилиялары, бюллетендәге кеүек үк, респонденттарға үҙҙәре һайланған сәйәси партиялар исемдәре менән бергә күрһәтелә.
Социологик тикшеренеү 2024 йылдың 3-11 авгусында Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге башланғысы менән үткәрелде. Һайлап алыу күләме 1001 кеше тәшкил итте, күп баҫҡыслы, территориаль, квоталы, республиканың өлкән (18 йәштән өлкән) халҡының енес, йәш буйынса вәкиле һәм ҡала, ауыл биләмәләре араһында бүленеүен иҫәпкә ала.
Политолог Сергей Лаврентьев Радий Хәбиров өсөн тауыш бирергә теләүселәр уның етәкселеге осоронда республика төбәкте үҫтереү өсөн нимәләр эшләгәнен күреүендә, тип аңлата.
- Ҡалаларҙы төҙөкләндереү, эшҡыуарлыҡты үҫтереү, инвестициялар йәлеп итеү, тарихи мираҫты ҡайтарыу буйынса күп нәмә эшләнгән, махсус хәрби операция зонаһында яугирҙарға ярҙам күрһәтелә. Был йәһәттән республика илдең алдынғы төбәктәренең береһе. Быларҙың барыһы ла ҡатмарлы сәйәси мөхиткә ҡарамаҫтан башҡарыла, һөҙөмтәләре асыҡ һәм кешеләргә эмоциональ тәьҫир итә. Улар бында Радий Хәбиров сағылдырған властың ҡаҙанышы барлығын аңлай,- тип иҫәпләй политолог.
Сергей Лаврентьев билдәләүенсә, кандидаттарҙың һәр береһе билдәле, шул иҫәптән улар артында партия брендтары тороуы арҡаһында, билдәле бер потенциаль һайлаусылар аудиторияһына эйә.
- Владимир Нагорный - Дәүләт Йыйылышының ғәмәлдәге депутаты булараҡ, һайлаусыларының ярҙамы менән файҙалана, беҙҙең Артур Шайнуров өсөн тауыш бирергә әҙер булған коммунистик идея яҡлыларҙың билдәле бер иҫәбе бар. Илшат Тимерйәнов тәҡдим иткән "Яңы кешеләр" партияһы йәш быуын вәкилдәре өсөн ҡыҙыҡлы, үҫешкән партия. Иван Сухарев - Дәүләт Думаһына һайланған депутат, республикала билдәле кеше, - тигән комментарий бирҙе Сергей Лаврентьев.