Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Август , 10:35

Яҡташтарыбыҙға «Атай ҡаһарманлығы» йәмәғәт наградаһы тапшырылды

Кисә Өфөлә донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы майҙансығында Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы «Атай ҡаһарманлығы» конкурсына йомғаҡ яһаны. Сара Рәсәй президенты Владимир Путиндың 2023 йылдың 22 ноябрендәге указына ярашлы иғлан ителгән Бөтә Рәсәй Ғаилә йылына арналды.

Яҡташтарыбыҙға «Атай ҡаһарманлығы» йәмәғәт наградаһы тапшырылды
Яҡташтарыбыҙға «Атай ҡаһарманлығы» йәмәғәт наградаһы тапшырылды

Бүләкләү тантанаһына, лауреаттарҙан һәм уларҙың яҡындарынан тыш, абруйлы ҡунаҡтар — Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин, Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, республика Дәүләт Йыйылышы рәйесе урынбаҫары Тамара Танһыҡҡужина һәм башҡалар саҡырылғайны.

Һуңғы биш йылда республикала ғаилә ҡиммәттәрен яҡлауға бәйле мәсьәләләргә етди иғтибар бүленә, тип билдәләне Максим Забелин. Ғаилә институтын нығытыуға, ғаилә һәм социаль өлкәләрҙә ир-аттың статусын күтәреүгә йүнәлтелгән башланғыстар хуплау таба. Быйыл бишенсе тапҡыр тапшырылған «Атай ҡаһарманлығы» йәмәғәт наградаһы быға асыҡ миҫал булып тора.

Был проект атайҙарға үҙ тарихтары менән бүлешергә һәм танылыу алырға ярҙам итә. Быйыл республикала йәшәүсе 52 кеше еңеүсе булды, улар араһында күп балалы атайҙар, табиптар, педагогтар, аграрийҙар, музыканттар, ирекмәндәр, спортсылар, ҡотҡарыусылар, экологтар, шулай уҡ һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар тәрбиәләгән тәрбиәле ата-әсәләр бар. "Атай ҡаһарманлығы" миҙалын Аҙналынан, Белорет ҡала лицей-интернаты педагогы Сынтимир Лоҡманов алды. Хәләле Лениза Ғәзиз ҡыҙы менән өс ул тәрбиәләйҙәр.

Шулай уҡ, был мәртәбәле наградаға яҡташыбыҙ, Аҙналы ауылы ир-аҙаматы, әлеге көндә махсус хәрби операцияла булған яугир, Башҡортостан юлдаш телекананы журналисы Рафиҡ Әхмәтшин да лайыҡ булды.  

Тантанала финалсыларҙың барыһына ла күкрәккә таға торған билдәләр, дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Яҡташтарыбыҙҙы лайыҡлы наградалары менән ҡотлайбыҙ!

Автор:
Читайте нас: