Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Август 2024, 12:31

Комбинат буласаҡ I класс уҡыусыларын спортса ҡотланы

Белорет металлургия комбинатында Белем көнөнә арналған "Беренселәрҙең йүгереүе" һәм "Ғаилә старттары" спорт ярыштары үтте. Байрамды Белорет металлургия комбинаты хакимиәте, профсоюз комитеты һәм предприятиеның ҡатын-ҡыҙҙар советы ойошторҙо.

Комбинат  буласаҡ I класс уҡыусыларын спортса ҡотланы
Комбинат буласаҡ I класс уҡыусыларын спортса ҡотланы

Тәүгеләрҙән булып стартҡа буласаҡ мәктәп уҡыусылары - бөтәһе 60-тан ашыу малай һәм ҡыҙ сыҡты. Малай һәм ҡыҙҙар 60 метрлыҡ дистанцияны үтеп, барыһы ла еңеүсе булды. Һәр ҡатнашыусы, һөҙөмтәһенә ҡарамаҫтан канцелярия тауарҙары һатып алыуға сертификат, яңы уҡыу йылына теләктәр яҙылған открытка һәм ата-әсәһе менән “Металлург “ кинотеатрына бер сеансҡа бушлай барыу мөмкинлеге кеүек иҫтәлекле бүләктәр алды.

Спорт байрамын “Күңелле старттар” дауам итте. Уларҙа комбинат хеҙмәткәрҙәренең 52 ғаиләһе ҡатнашты. Йәш спортсылар һәм уларҙың ата-әсәләре этаптарҙы тиҙ үтеп, еңеү өсөн ҡомарлы көрәш алып барҙы. "Күп балалы ғаилә" номинацияһында Ефимовтар ғаиләһе  еңеү яулаһа, "Әсәй, атай һәм ике бала" номинацияһында Клейменовтар ғаиләһе беренсе булды. " Ата-әсә һәм бер бала " номинацияһында Ковригиндар ғаиләһе  иң етеҙе булып сыҡты . "Бер ата-әсә һәм ике бала" номинацияһында автотранспорт участкаһынан Сорокиндар ғаиләһе абсолют лидер булды. "Бер өлкән һәм бер бала" номинацияһында беренселекте Соловьевтар ғаиләһе яуланы. Еңеүселәргә грамоталар һәм бүләктәр тапшырылды, ә ғаилә байрамында ҡатнашыусыларҙың барыһына ла татлы бүләктәр таратылды.

Бынан тыш, теләгән һәр кем арм-спорт һәм дартс буйынса мини-ярыштарҙа үҙ көсөн һынап ҡараны, асфальтта һүрәт төшөрөү конкурсында һәм "Ихата йондоҙҙары" күңел асыу-уйын программаһында ҡатнашты. Еңеүселәр приздар алды.

Оксана Боровых,

Белорет металлургия комбинатының тышҡы һәм эске коммуникациялар бүлеге.

Автор:
Читайте нас: