+16 °С
Болотло
Ойоштороусылар әйтеүенсә, яҙғы акциянан айырмалы рәүештә, Өфөлә бер нисә фатир уйнатыла. Бөтә фатирҙар ҙа бер бүлмәле. Бәхетле QR-билет эйәләрен «Рәхмәт-2024» акцияһының генераль партнеры — Өфөнөң инвестиция-төҙөлөш комитетынан ошондай шәп бүләктәр көтә.
«Фатирҙар һанын әлегә әйтмәйбеҙ сер булып ҡалһын», — тине «Өфөнөң инвестиция-төҙөлөш комитеты» йәмғиәтенең генераль директоры Марат Вәсимов.