«Төбәктә 218 һайлау кампанияһы (Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлау, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутатын өҫтәмә һайлау һәм урындағы үҙидараның вәкиллекле органдарына депутаттар һайлау буйынса 216 һайлау кампанияһы) бара, – тине Азат Ғәлимханов. – Һайлауға әҙерлек өсөн республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы, 69 территориаль һайлау комиссияһы, 3302 участка һайлау комиссияһы яуаплы. Мәскәүҙә бер комиссия төҙөлдө».
Республика Башлығын һайлауҙа барлыҡ парламент партияларынан биш кандидат ҡатнаша, Дәүләт Йыйылышы депутатын өҫтәмә һайлауҙа мандат өсөн өс кандидат көрәшә. Муниципаль кимәлдәге һайлауҙа һайлау кампанияларында 4435 кандидат ҡатнаша.
Бөтә кимәлдәге һайлауҙа 10 сәйәси партиянан кандидаттар теркәлгән. Һайлау кампанияларында 3 миллионға яҡын кеше тауыш бирә ала.
Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе хәбәр итеүенсә, бөгөнгә Башҡортостан Башлығын һайлау, башҡа һайлау буйынса һайлау бюллетендәрен әҙерләү һәм республиканың территориаль комиссияларына тапшырыу процесы тамамланған. Иртәгә, 4 сентябрҙә, һайлау бюллетендәре барлыҡ участка һайлау комиссияларына таратыла.
«Барыбыҙ ҙа бында, идара итеү командаһы әҙер, — тине Радий Хәбиров. — Муниципалитет башлыҡтары үҙҙәренең бурыстарын белә, әйткәнемсә, участка һайлау комиссиялары яны биләмәһе тәртипкә килтерелергә тейеш».
Һайлауҙы тыныс шарттарҙа, байрамса мөхиттә үткәреү, йәрминкәләр ойоштороу, бүләктәр уйнатыу планлаштырыла, тип хәбәр итте ул.