+13 °С
Облачно
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 6, 7, 8 сентябрҙә Башҡортостанда республика Башлығын, шулай уҡ район һәм ҡала советтары депутаттарын һайлауҙар үтә. Был көндәрҙә 8.00 сәғәттән 20.00 сәғәткә тиклем республиканың ҡала һәм райондарында 3 302 һайлау участкаһы эшләйәсәк. Төбәктә барлығы 218 һайлау кампанияһы – Башҡортостан Башлығын, республика өҫтәмә һәм урындағы үҙидараның вәкәләтле органдарына депутаттар һайлау буйынса 216 кампания ойошторола.