Тәүге приз – ҡәһүә яһау машинаһы – Өфө ҡалаһы һайлаусыһына эләкте. Ғаилә өсөн бик кәрәкле булған мультиварканы ла баш ҡала вәкиле отто. Тағы ла бер баш ҡала кешеһе һәм Балтас районында йәшәүсе термопотлы булды.
Дүртөйлө, Учалы, Миәкә, Туймазы райондары һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһы һайлаусыларынан биш кеше робот саңһурҙырғыс отто.
“Лукошко” сауҙа селтәре магазиндарында 4-әр мең һумлыҡ тауар алыуға сертификат Сибай ҡалаһы, Шишмә, Асҡын, Стәрлетамаҡ һәм Бөрйән райондарында йәшәүселәргә эләкте. Бүздәк районы һәм Өфө ҡалаһынан 1-әр кешене планшеттар көтә. Тағы ла бер ноутбукты Өфө кешеһе аласаҡ.
Ә бына Мәсетле районы һәм Өфө ҡалаһынан берәр кешене ҙур телевизорҙар көтә. Яңы смартфон эйәләре Өфө, Илеш һәм Стәрлатамаҡ райондарында йәшәй булып сыҡты.
Нефтекама, Өфө һәм Күмертау ҡалаһына аҡыллы колонкалар оҙатыласаҡ, ә Стәрлетамаҡ һайлаусыһы үҙе отҡан велосипед ярҙамында сәләмәтлеген нығытасаҡ.
Бынан алда төрлө сайттарҙа рекламаланған квадроциклдың эйәһе Илеш районында йәшәй.
Бөгөн кис ҡиммәтле приздар отошо сираттағы тапҡыр уйнатылды.