- Апайҙар, баҡсабыҙҙа үҫтергән ҡабаҡты һатып алығыҙ әле!
- Ә беҙҙең баҡса емеше тағы ла татлыраҡ һәм тәмлерәк.
21-се мәктәптең IV класс уҡыусылары, Айдамир һәм Олег атлы шуҡ малайҙар бына шулай тәҡдим итә һатып алыусыларға үҙ тауарын. Алсаҡ, мөләйем малайҙарҙың көҙгө уңышын һатып алмаҫ ереңдән алырһың. Улар башҡа тиҫтерҙәре кеүек өҫтәл артында ғына тороп һатмай, хатта урам буйындағы кешеләргә лә тәҡдим итәләр.
Шәп, торған урындарында ут сығарыр йәштәребеҙ үҫеп килә. Беренсенән, үҙ баҡсаһында үҫтергән еләк-емеште, йәшелсәне һәм башҡа ризыҡты һатып, алыпһатарлыҡ кәсебенә өйрәнһә, икенсенән, тормошта юғалып ҡалмаҫлыҡ илебеҙҙең лайыҡлы граждандары үҫеп килеүенә иртәгәһе көнгә өмөт уята.