Йәмғиәт
6 Сентября 2024, 14:51

Йәш ғаилә гражданлыҡ бурысын үтәне

Башҡортостан Башлығын һайлауҙың тәүге көнөндә, Абҙаҡ ауылында  йәш парҙар – Фәнзәлиә Бикҡужина һәм Женишбек улы Исламбәк,  никахтарын рәшмиләштергәнсе,  гражданлыҡ бурысын үтәп тә ҡуйҙы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Йәш ғаилә гражданлыҡ бурысын үтәнеЙәш ғаилә гражданлыҡ бурысын үтәне
Йәш ғаилә гражданлыҡ бурысын үтәне

Кейәү һәм кәләш, ҡыҙ яғынан туғандар шаулап-гөрләп 1305–се Абҙаҡ һайлау участкаһында булып, лайыҡлы тип һанаған кандидаттарына тауыштарын биреп тә ҡуйҙы.

Тормош юлын ғаилә булараҡ башлап торған йәш кәләште тау саңғыһы спортсыһы, Рәсәйҙең спорт мастеры булараҡ райондаштар ғына түгел, республика, Рәсәй кимәлендә барыһы ла белә. Ә бына кейәү йыраҡ ҡырғыҙ далаларынан.

Йәштәр никахтарын ҡырғыҙ йолалары буйынса Мәскәү ҡалаһында, ә туй мәжлесен кәләштең тыуған яғында үткәрә.

"Киләсәгебеҙ, тыуасаҡ балаларыбыҙҙың яҙмышы өсөн тауыш бирҙек. Бөгөнгө бәхетле көнөбөҙ икеләтә хәтерҙә ҡаласаҡ. Барығыҙға ла яҡшы тормош, бәхетле киләсәк теләйбеҙ", - ти йәш парҙар.
Артабан һайлау комиссияһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан Ғаилә йылына арнап ҡуйылған фотозонала йәштәр өсөн фотосессия ойошторолдо.

Автор:Эльвира Хамзина