Һайлау участкаһы рәйесе Хәтижә Ғайсина билдәләүенсә, бөгөн дә һайлау участкаһынан кеше өҙөлмәй. Быға һайлау участкаһы урынлашҡан территорияла көҙгө йәрминкә үтеүе лә сәбәпселер.
- Абҙаҡтар һәр һайлауҙа ла әүҙем ҡатнаша. Тауыш биреүҙең тәүге көнөндә үк ғаиләләре, коллективы менән гражданлыҡ бурыстарын үтәп китеүселәр булды. Һуғыш осоро балаһы, 80 йәште уҙған Хәлимә апай Хазырованың илебеҙ, республикабыҙҙың тыныс тормошо өсөн тауыш биреүе мәртәбә өҫтәне. Һәр ваҡыттағыса Абҙаҡ аҡһаҡалдар ҡоро рәйесе Рәфҡәт Нәжметдинов тәүге көндә үк үҙ позицияһын белдереп, тауыш бирҙе. Бөгөн һайлау участкаһында шаулап-гөрләп көҙгө йәрминкә үтә. Йәрминкәлә !үҙем мәктәп уҡыусылары, ауылдаштар ҡатнаша. Хатта йәрминкәгә Өфөнән “Миловские деликатесы” йәмғиәте үҙенең хәләл продукцияһын халыҡҡа тәҡдим итте. Йылҡы итенән әҙерләнгән продукцияны халыҡ бик теләп алды, - тине һайлау участкаһы рәйесе Хәтижә Бәхти ҡыҙы.
Оло йәштәгеләр, инвалидтар, ауыр сирле кешеләр, уларҙы ҡараусылар, шулай уҡ башҡа сәбәптәре булғандар өйҙә тауыш бирә ала. Һуғыш осоро балаһы Хәмиҙә Таһирова ла өйөндә 1305-се һайлау участкаһы комиссия ағзаларын шатланып ҡаршы алды.
- Йыраҡҡа сығып йөрөй алмағас, үҙ гражданлыҡ бурысыбыҙҙы үтәү өсөн, өйҙән тауыш биреүгә ғариза бирҙек. Беҙҙең, балаларыбыҙҙың һәм республикабыҙҙың киләсәге яҡты һәм өмөтлө булһын тигән ышаныста ҡалабыҙ, - тине тауыш биреп Хәмиҙә инәй.