Билдәле булыуынса, йәкшәмбенең икенсе көн яртыһына тиклем төбәк буйынса халыҡтың 64 проценты килә.
"Башинформ" агентлығы хәбәр иткәнсә, 6 сентябрҙән 8-нә тиклем төбәктә бөтәһе 218 һайлау кампанияһы уҙҙы. Башҡортостан етәксеһе һайлауҙарынан тыш, был - БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутатын өҫтәмә һайлауҙар һәм урындағы үҙидара вәкиллекле органдары депутаттарын һайлау буйынса 216 кампания.
Берҙәм тауыш биреү көнөндә төбәк халҡы 3,3 меңдән ашыу һайлау участкаһының береһендә тауыш бирә алды. Республика Башлығы вазифаһына кандидаттарҙың рәсми исемлегенә Радий Хәбиров ("Берҙәм Рәсәй"), Иван Сухарев ("ЛДПР"), Владимир Нагорный ("Ғәҙел Рәсәй"), Артур Шәйнуров ("КПРФ") һәм Илшат Тимерйәнов ("Яңы кешеләр") инде .
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн "Рәхмәт-2024" акцияһы сиктәрендә "Приздар төнө" башлана. Еңеүселәрҙе Башҡортостандың бөтә райондарынан һәм ҡалаларынан билдәләйҙәр.