Йәмғиәт
8 Сентября 2024, 13:15

Кинйәғол бабай ҙа үҙ тауышын бирҙе

1329-сы һайлау участкаһында уҫманғәлеләр генә тауыш биреп ҡалмай, был Ноҡат, Арышпар, Айыс, Ҡолмас һәм Урман Рәүәте ауылдары ла беркетелгән. Участка һайлау комиссияһы ағзалары  республика Башлығын һайлауҙың беренсе көнөндә Ноҡат, Арышпар, Айыс ауылдары тарафтарында булып, ауыл халҡын һайлатһа, 7 сентябрь ҡолмастар үҙ тауышын бирҙе.

Кинйәғол бабай ҙа үҙ тауышын бирҙеКинйәғол бабай ҙа үҙ тауышын бирҙе
Кинйәғол бабай ҙа үҙ тауышын бирҙе

 

Ә бөгөн иһә комиссия ағзалары Урман Рәүәт (Собханғол) ауылында булды һәм бөткән ауылдың берҙән-бер кешеһе, 91 йәшлек Кинйәғол Сәлимгәрәевтың хәлен белеште, гражданлыҡ бурысын үтәтте. Кинйәғол Ғимран улының был өсөнсө һайлауы. Мартта Президент һайлауҙарында ҡатнашһа, әле республика башлығы өсөн үҙ позицияһын белдерҙе.

60-сы йылдарҙа бушап ҡалған ауылдың берҙән-бер кешеһенә Инйәрҙә йәшәгән ҡустыһы - Хәлим Сәлимгәрәев ярҙам итә. Ул ағаһына аҙыҡ-түлек килтерергә, хужалыҡта ла ярҙам итә. Һайлау комиссияһы ағзаларына ла ағаһының тауыш бирергә әҙер булыуы тураһында хәбәр итә. 

Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Кинйәғол Сәлимгәрәев һунарсылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнә, йылҡы тота. Йәшелсә үҫтерә, картуфын да ҡаҙып алған.

Кинйәғол Ғимран улы ғүмерендә бер тапҡыр ҙа медицина ярҙамына мөрәжәғәт итмәгән, дарыуҙар эсмәй, үләндәр менән дауалана. Туғандары уға яңы йорт төҙөргә ярҙам итә,ул мейес менән йылытыла, ут генераторҙан килә.

Уны республиканың матбуғат саралары хеҙмәткәрҙәре лә һәр саҡ иғтибар үҙәгендә тота. Был юлы Кинйәғол Сәлимгәрәевтың Башҡортостан Башлығы һайлауында ҡатнашыуын Башҡортостан юлдаш телевидениеһы махсус рәүештә барып төшөрҙө.  

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас