Шулай уҡ быйыл беренсе тапҡыр Мәскәүҙә, республиканың тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә лә һайлау участкаһы ойошторолған. Бында эштә, командировкала, йә иһә сәйәхәттә булған яҡташтарыбыҙ килеп, өс көндөң береһендә тауыш бирә алды. Әйткәндәй, Мәскәүҙә лә рус һәм башҡорт телдәрендә тауыш бирергә мөмкин ине.
Өс көн дауамында республиканың тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә урынлашҡан һайлау участкаһына ғаилә менән килеүселәр, командировкала булыусылар, Мәскәүҙә дауаланыу үтеүселәр, шулай уҡ, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙ ҙа килде.
Беренсе тәжрибә булыуға ҡарамаҫтан, участкала эш юғары кимәлдә ойошторолған. Бөтә ойоштороу саралары ла үтәлгән, шулай уҡ байрам атмосфераһы булдырылған. Рәссамдарыбыҙҙың эштәренең күргәҙмәһен күрергә мөмкин, туған көйҙәр яңғырай. Һайлаусылар бүләктәр ҙә бирәләр.
Һигеҙ йыл элек илебеҙҙең баш ҡалаһында төпләнгән Зөлхизә һәм Артур Вәхитовтар ҙа һайлауҙың һуңғы көнөндә вәкиллеккә килеп, үҙ позицияһын белдерҙе.
“Ҡайҙа ғына йәшәһәк тә, тыуған республикабыҙ беҙгә берҙәй яҡын, уның киләсәгенә битараф түгелбеҙ. Унда беҙҙең атай-әсәйҙәребеҙ, туғандарыбыҙ йәшәй. Республика менән лайыҡлы кешеләр етәкселек итергә тейеш”, - ти сығыштары менән Белорет һәм Учалы ҡалаларынан булған йәштәр.