Йәмғиәт
10 Сентября 2024, 06:22

Башҡортостан Башлығы инаугурацияһы 12 сентябрҙә була

Башҡортостан Башлығының инаугурацияһы 12 сентябрҙә була.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостан Башлығы инаугурацияһы 12 сентябрҙә булаБашҡортостан Башлығы инаугурацияһы 12 сентябрҙә була
Башҡортостан Башлығы инаугурацияһы 12 сентябрҙә була

Был турала бөгөн Республика менән идара итеү үҙәгендә үткән хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә иғлан ителде.

«Ант биреү – вазифаға инеү өсөн Конституцияның мотлаҡ талабы», – тип билдәләне Радий Хәбиров.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, республиканың әлеге етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығын һайлауҙа 80,21% тауыш йыйҙы. Республика һайлаусыларының 1,724 миллиондан ашыуы уның өсөн тауыш бирҙе. Һайлауға килеү күрһәткесе 72,34% тәшкил итте, тип хәбәр иттеләр республика Үҙәк һайлау комиссияһынан.

Автор: