Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Сентябрь , 16:55

“Рәхмәт”кә ҙур рәхмәт!

Башҡортостан Республикаһы халҡы өсөн "Рәхмәт" акцияһы үҙенсәлекле бүләк булды - һәр һайлаусы һайлау участкаһынан сыҡҡанда ирекмәндән приздар уйнатыуҙа ҡатнашырға мөмкинлек биргән билет алды.

“Рәхмәт”кә  ҙур рәхмәт!
“Рәхмәт”кә ҙур рәхмәт!

Яҡташтарыбыҙ Межгорье һылыуы Юлиә һәм Ғәбдөк егете Иршат Хужиндар һәр һайлауҙа ҡатнашырға тырыша. Республика Башлығын һайлауға ла Өфө районының Дим биҫтәһендә йәшәүсе Хужиндар, ғаилә башлығының ял көнөн тура килтереп, йома көндө үҙҙәренең һайлау участкаһына бәпестәре, ярты йәшлек кенә Самир менән килде һәм тәүгеләрҙән булып һайланы. Республикабыҙға лайыҡлы етәксе һайлап, социаль өлкәнең дә һәр яҡлап үҫешенә өмөт итә йәштәр. Әйткәндәй, Юлиә һәм Иршат Хужиндар ҙа медицинаны һайлаған. Иршат Белорет медицина колледжын тамамлағандан һуң, ете йыл Дим биҫтәһенең йоғошло ауырыуҙар дауаханаһында эшләһә, невролог белемле Юлиә әле бәләкәстәре менән декрет ялында.

- Ғаиләбеҙ менән һайлауҙың тәүге көнөндә үк, 6 сентябрь, гражданлыҡ бурысыбыҙҙы үтәп ҡуйҙыҡ. Шунда уҡ ирекмәндәр өс билет бирҙе. Мин ундай уйындарға, отоштарға әллә ни ышанып бармайым, ә кәләшем билеттарҙы теркәп ҡуйған. Шул көндә үк шылтыратып, “Рәхмәт” акцияһында мультиварка отоуыбыҙ тураһында һөйөнсөләнеләр. Отошомдо шул уҡ көндө барып алдым. Был минең өсөн, әлбиттә,  көтөлмәгән булды. Шундай ҙур приздар яулау бик шәп. Бүләкте Ғәбдөк ауылында йәшәүсе әсәйем Әйсәрә Йыһанур ҡыҙына инселәнек. Ул да ҡыуанһын,  - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Иршат.

Иршат Хужиндан тыш,  башҡа райондаштарыбыҙ ҙа “Рәхмәт” акцияһында ҡатнашып, бүләктәр алып ҡыуанды. Яҡташтарыбыҙ велосипед, аҡыллы колонка, смартфон, “Лукошко” сауҙа селтәренә 4 меңлек сертификат менән бүләкләнде.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн, 13 сентябрҙә,  "Приздар төнө" башлана. Теркәлгән билеттар "Ҙур Рәхмәт" суперприздарын уйнатыуҙа ҡатнашасаҡ, ул тура эфирҙа Башҡортостан юлдаш телеканалында күрһәтеләсәк. Приздар араһында - фатир, автомобиль, Сочиға тур, Башҡортостан шифаханаларына һәм ял йорттарына юлламалар.

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: