Башҡортостанда тыуып үҫкән Оскар Ситдиҡов 2022 йылдың 24 февраленән 2024 йылдың 25 майына тиклем махсус хәрби операция бурысын башҡарған. 2024 йылдың июленән ул «Геройҙар ваҡыты» президент кадрҙар программаһында ҡатнаша. Хәрби хеҙмәткәр республика Башлығы етәкселегендә Башҡортостан Башлығы Хакимиәтендә стажировка үтә.
– «Геройҙар ваҡыты» программаһы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар – илебеҙҙең яңы элитаһы араһынан етәкселәр әҙерләргә ярҙам итә, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Ватанды һаҡлаған кешеләр, заманса идара итеү технологияларын өйрәнә һәм үҙ иленә тыныс урында хеҙмәт итә, уны яҡшыраҡ итергә ярҙамлаша.
Идара итеү эше күнекмәләренән тыш, «Геройҙар ваҡыты» программаһы команда эшенә өйрәтеүҙе һәм һәр яҡлап шәхси үҫеште күҙ уңында тота. Оскар Ситдиҡов республика Башлығына дәүләт гражданлыҡ хеҙмәте системаһына инеү һәм төбәк менән идара итеү процесын эске яҡтан күреү мөмкинлегеге өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Стажировка ваҡытында төрлө идаралыҡтарҙа, департаменттарҙа, шулай уҡ республика хөкүмәтендә һәм муниципалитеттарында булдым. Эш тығыҙ, буш ваҡыт юҡ тиерлек, – тине Оскар Ситдиҡов.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылдың 29 июлендә аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Оскар Ситдиҡовҡа хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы өсөн генерал Шайморатов ордены менән бүләкләне.