Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, йәмәғәт урындарында тәмәке тартҡан өсөн иҫкәртеү яһала йәки 500 һум, ә ҡабаттан закон боҙған өсөн 1000 һум күләмендә штраф һалына.
«Әммә был сараларҙы тәмәке тартыуға ҡарата ғына ҡулланырға мөмкин ине. Бөгөн иһә, айырыуса йәштәр араһында, тәмәкенең башҡа төрҙәре: электрон тәмәкеләр, вейптар һәм башҡалар популярлыҡ яулай бара. Уларҙы ҡулланыусылар, тыйыуға ҡарамаҫтан, тирә-йүндәгеләр янында борҡота. Ҡабул ителгән закон никотинлы продукцияны һәм кальян ҡулланыуҙы тәмәке изделиеларына тиңләй һәм бының өсөн иҫкәртеү йәки штраф янай», — тине ул.
Закон рәсми баҫылып сыҡҡандан һуң 10 көн үткәс көсөнә инә.
Фото: vr-vyksa.ru