Шундай йүнсел, тырыш егеттәрҙең береһе Сосновкала йәшәй. Ул - Динар Әбүбәкиров. Урындағы мәктәпте тамамлап, Белорет металлургия колледжында электрик һөнәрен ала. Артабан Мәскәү өлкәһенең Наро-Фоминск ҡалаһында водитель булып хеҙмәт итә. Носов исемендәге Магнитогорск дәүләт техник университетын тамамлай. Тыуған ауылына ҡайта һәм атаһы Рәсүл Әбүбәкировтың крәҫтиән-фермер хужалығында эш башлай. 2019 йылда үҙ крәҫтиән-фермер хужалығын асырға йөрьәт итә. Шул ваҡыттан алып, ҡыйынлыҡтарға, уңышһыҙлыҡтарға ҡарамаҫтан, ул үҙ хужалығын уңышлы үҫтерә. Бында, әлбиттә, ата-әсәһенең дә өлөшө ҙур, улар балаларын бәләкәйҙән хеҙмәткә өйрәткән. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, шәхси хужалығын үҫтереү өҫтөндә ныҡышмал эшләй. Йәйҙең генә түгел, көҙҙөң дә һәр көнө ҡәҙерле шул: иртә яҙҙан ҡара тир түгеп үҫтергәнеңде ел-ямғыр тейҙермәй генә йыйып алырға кәрәк. Ер эше менән шөғөлләнгән йәш фермер был арала һис бушамай. Шулай ҙа, эш мәлендә килеүебеҙгә ҡарамаҫтан, ихлас ҡаршы алды.
Кешенең холоҡ-фиғелендә тыуған яғының тәбиғәте лә сағылыш таба, тиҙәр. Ысынлап та, Динар тыныс, эшсән, сабыр холоҡло. Бала саҡтан атай-әсәһенең өгөт-нәсихәтен тыңлап, һеңдереп үҫкән ул. Атаһы Рәсүл Ҡунаҡбай улы ла (мәрхүм) крәҫтиән-фермер хужалығы булдырып, үҙе үк ер кешеһе булһа, әсәһе Эльмира Рафаил ҡыҙы йорт хужабикәһе. Әйтеүе генә анһат, ауылда һәр кемгә эш етерлек. Был йәһәттән Эльмира Әбүбәкирова яҡындарының һәр береһенә ярҙам итергә тырыша. Ваҡытында тормош иптәше менән бер һүҙҙән булып, үҙ хужалығын алып барһа, хәҙер улына бар яҡлап кәңәшсе һәм ярҙамсы ла. Динарға ла туғандары араһында өлкән булыу һәр саҡ ҙур яуаплылыҡ өҫтәй. “Хеҙмәт - йәшәү сығанағы” тигән төшөнсәне һәр саҡ иҫтә тота. Мал аҙығы әҙерләү осоронда уға ағаһы һәм бер туған ҡустыһы Илназ ярҙам иткән. Тимәк, егет атаһының эшен дауам итә һәм унан ҡалған техниканы ла ҡәҙерләп тотона.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров төбәк иҡтисадының нигеҙе булып торған агросәнәғәт комплексына ярҙам итеүгә ҙур иғтибар бүлә. Ауыл хужалығы, эш урындары менән һәм аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеп, республика иҡтисадында мөһим урын биләй. Фермерҙарға барлыҡ райондарҙа гранттар, субсидиялар һәм льготалар кеүек төрлө ярҙам саралары күрһәтелә.
Динар Рәсүл улының хужалығы малсылыҡ менән шөғөлләнә. Әле уның хужалығында ике тиҫтә эре мал һәм бер нисә ат иҫәпләнә. Һөт, итен ҡалаға алып баралар. Былтырғы ҡоролоҡ, һуңынан киткән ямғырҙар мал аҙығын етерлек кимәлдә эшләтмәһә лә, быйыл иһә һуңлап булһа ла килгән аяҙ көндәр ҡатнаш мал аҙығын әҙерләп алырға мөмкинлек бирҙе. Ҡуртымға алынған 70 гектар майҙанда малға етерлек 80-90 тонна бесән әҙерләнгән дә инде. Был ҙур эштең башы ғына әле. Йәш фермерҙың пландары - ерҙә эшләүен дауам итеү һәм үҙ хужалығын киңәйтеү, йылҡы малын күпләп ишәйтеү.
- Миңә баҫыуҙа эшләү, ер менән бәйләнеш тойоу һәр саҡ оҡшай, - ти йәш фермер. - Был матди сығанаҡ ҡына түгел, ә йәшәү рәүеше. Тырышып, сәмләнеп эшләү өсөн хөкүмәт тарафынан мөмкинлектәр булдырылған тиерлек. Тик ялҡауланмаҫҡа, үҫеш өҫтөндә ныҡышмал эшләргә генә кәрәк. Ер кешеһенең уңышлы эшләүендә тәбиғәт шарттары ла мөһим роль уйнай. Йылына ҡарап мал аҙығы эшләп була. Күпселек осраҡта мал аҙығын етерлек кимәлдә әҙерләп булмай. Бына ошондай осраҡта дәүләт ярҙамына, төрлө ташлама-субсидияларға мохтажбыҙ ҙа инде.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк, яңы эш башлаған фермерҙар өсөн “Агростартап” грант ярҙамынан тыш, ғаилә фермаларына грант ярҙамы ла бар. Уны конкурс нигеҙендә эре мал һәм йорт ҡоштары үрсетеү буйынса эшмәкәрлек алып барған крәҫтиән-фермер хужалығы башлыҡтары ала. Ғаилә фермаһын үҫтереүгә гранттың максималь күләме бер крәҫтиән-фермер хужалығына иҫәптә 30 млн. һум тәшкил итә. Бынан тыш дәүләт ярҙамының башҡа формалары ла бар.
Йәш фермер Динар Әбүбәкиров - ауыл ерендә йәшәргә һәм эшләргә мөмкин булыуын үҙ миҫалында иҫбатлаған йәш быуын вәкилдәренең береһе. Ерҙә эшләргә теләк булғанда, эш һәр саҡ табыла. Үҙ эшен һәм ерҙе яратҡандар ғына ауыл хужалығында алһыҙ-ялһыҙ эшләргә һәләтле. Динар кеүектәргә бер эш тә ҡарышмай. Бар күңелен һалып, дәртләнеп, тырышып башҡарғанға шулайҙыр, күрәһең.