Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Сентябрь , 10:42

Курск өлкәһе халҡы өсөн гуманитар ярҙам йыйыу дауам итә

51 тоннанан ашыу гуманитар йөк оҙатылған, әммә бөгөн дә тауарҙарға ихтыяж ҙур.

Курск өлкәһе халҡы өсөн гуманитар ярҙам йыйыу дауам итә
Курск өлкәһе халҡы өсөн гуманитар ярҙам йыйыу дауам итә

Гуманитар ярҙам йыйыу буйынса штабтың эше Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 86 адресы буйынса Республика ирекмәндәр үҙәгендә ойошторолған ("Йосопова исемендәге Актерҙар  йорто" туҡталышы, Йәшлек-House киңлегенең артҡы ихатаһы, гараж бинаһы), эш көндәрендә 10:00 сәғәттән 18:00 сәғәткә тиклем ҡабул итәләр.

"Штабыбыҙ эшләгән осорҙа Курск өлкәһенә 51 тоннанан ашыу гуманитар йөк оҙаттыҡ. Әммә бөгөн дә тауарҙарға ихтыяж ҙур, шуға күрә беҙ эшебеҙҙе дауам итәбеҙ һәм уңайлылыҡ өсөн онлайн-форма әҙерләнек, унда көнүҙәк ихтыяжды онлайн күҙәтергә мөмкин", - тип аңлатма бирә Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Вито Сабиров.

Өс категория буйынса кәрәкле әйберҙәрҙең (кейем/аяҡ кейеме/эске кейем һәм башҡалар) исемлеге https://clck.ru/3DM8Px һылтанмаһы буйынса бирелгән: 

Ярҙам итергә теләгән һәр кем онлайн-таблицала Курск өлкәһе халҡы өсөн кәрәкле әйберҙәрҙең көнүҙәк исемлеге менән таныша ала. Исемлек көн һайын яңыртылып торола.

Бөтә кәрәкле мәғлүмәтте #МыВместе төбәк штабының +7 (927) 311 23 55 телефоны аша белергә мөмкин.

Автор:
Читайте нас: