Яҡын ял көндәрендә, 2024 йылдың 21-22 сентябрендә, республиканың иң популяр туристик йүнәлештәренең береһе буйынса 10 вагонлы "Финист" электропоездарының икеләтелгән составлыһы йөрөйәсәк.
- Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһына "Финист" заманса электропоездың икенсе составы килтерелде. Уның максималь һыйҙырышлылығы 1200 кеше тәшкил итә. Шулай итеп, 10 вагонлы "Финист" электропоездарының икеләтелгән составы 2400 кешене ташый ала. Тимәк туристар Башҡортостандың иң популяр туристик урынына еңел генә барып етә ала, - тип һөйләне Башҡортостан Республикаһы транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакова.
2024 йылдың сентябренә Башҡортостан менән бер рәттән "Финист"ар Свердловск һәм Түбәнге Новгород өлкәләрендә, Пермь крайында курстарҙа йөрөй.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, беренсе "Финист" Башҡортостан Республикаһына йәйгеһен алынды. Августа ул Башҡортостан буйлап рейсҡа юлланды. Эш көндәрендә был состав Өфө ҡала агломерацияһы эсендә "Дим - Шаҡша - Дим" бәйләнеше менән йөрөй, ял һәм байрам көндәрендә "Өфө - Айғыр - Белорет" аршрутын хеҙмәтләндерә. Шулай уҡ 2024 йылдың 28-29 сентябренә Өфө - Белорет маршруты буйынса составты 10 вагондарға тиклем арттырыу планлаштырыла.
- №7485/7486/7488 Өфө (07:07 ҡуҙғала) – Айғыр (килеп етә - 11:06, ҡуҙғала 11:09) – Белорет (12:36);
- №7489/7491/7492 Белорет (17:33) – Айғыр (18:48-18:51) – Өфө (22:19).