Азамат Зәкәриә улының коллегалары ла ситтә ҡалмай. Бөгөн район етәксеһенең башланғысын Ермолаевка ауыл биләмәһе башлығы Марина Букреева һәм район советы депутаты Ғәйнетдин Мөхәмәтов хуплап күтәреп алды. Улар шулай уҡ яугир ата-әсәләренә «Көйөргәҙе» гәзитен яҙырҙы.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, акция «Республика Башкортостан» нәшриәт йорто башланғысы менән ойошторолдо, унда республиканың билдәле шәхестәре әүҙем ҡатнаша. Хәйриә акцияһында ҡатнашып, райондан мобилизацияланған йәки һәләк булған махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә, күп балалы ғаиләләргә, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә, оло йәштәгеләргә подписка бүләк итергә була.
Яҙылыуҙы почтала ла, редакцияла ла рәсмиләштерергә мөмкин. Шулай уҡ онлайн-яҙылырға була: rbsmi.ru сайтында. Уның "Подписка" бүлегендә - https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/ - баҫма йәки электрон версияны һайлайбыҙ. Артабан кәрәкле графаларҙы тултырабыҙ.