Салонда QR-код яҙылған табличкалар ҡуйыла. Уны кондукторҙан да алырға була. Юл хаҡын түләгәндән һуң смартфонда электрон билет күренә.
Пассажирҙар түләү өсөн банк ҡушымтаһы менән файҙаланырға мөмкин, шулай уҡ СБПэй ҡушымтаһы бик уңайлы, тип билдәләне Милли түләү карталары системаһының сервистарҙы үҫтереү буйынса директоры Марина Точилова.
10 декабрҙән 31 декабргә тиклем пассажирҙарға QR -код менән түләгән һайын 13 һум ташлама яһала.
«Алға» картаһы һәм код буйынса түләү — төрлө сервистар, тип билдәләнеләр презентацияла. Пассажир теге йәки был ысулды һайлай ала. Мәҫәлән, «Бәхетле сәғәт» хеҙмәте менән ҡулланған осраҡта транспорт картаһы отошлораҡ. Бынан тыш, «Алға» икенсе транспортҡа (ҡала яны электричкаһынан ҡала автобусына) күсеп ултырғанда ла ғәмәлдә ҡала.
«Ҡулаҡсаһыҙ түләү — халыҡ өсөн дә, транспорт системаһы өсөн дә уңайлы, — тип билдәләне Башҡортостандың социаль карталар регистры етәксеһе Олег Романов. — QR-код буйынса түләү махсус инфраструктура - терминалдар, балансты тулыландырыу пункттарын булдырыуҙы талап итмәй. Был сервисҡа сығымдар банк эквайрингына ҡарағанда күпкә аҙыраҡ. QR-код менән һыу транспортында ла, канат юлында ла түләргә мөмкин».
Әлегә QR-кодтарҙы Өфө маршруттарында һынап ҡарау һәм һуңынан тотош республикала индереү планлаштырыла, тип хәбәр итте спикерҙар.
Фото: rg.ru