Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Сентябрь , 14:50

Төнөн ҡоймаясаҡтар

2025 йылдың 1 мартынан Башҡортостанда төнгө “наливайкалар” тыйыласаҡ.

Төнөн ҡоймаясаҡтар
Төнөн ҡоймаясаҡтар

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Башҡортостанда этил спирты, алкоголле һәм спиртлы продукция етештереү һәм әйләнеше өлкәһендәге эшмәкәрлекте яйға һалыу һәм алкоголь продукцияһын ҡулланыуҙы (эсеүҙе) сикләү тураһында”ғы республика законына үҙгәрештәр индереүсе законға ҡул ҡуйҙы. 

Уға ярашлы, күп фатирлы йорттарҙа, уларға яҡын биналарҙа урынлашҡан, төндәрен иҫерткес эсемлектәр һатыусы бәләкәй кибеттәр эше сикләнә. Уларҙа төнгө сәғәт 11-ҙән иртәнге сәғәт 8-гә тиклем алкоголь һатыу тыйыласаҡ. 

Алкоголь продукцияһын төндә ресторандарҙа ғына һатыу мөмкин буласаҡ. Закон 2025 йылдың 1 мартында үҙ көсөнә инә.

Фото: https://vk.com

Автор:
Читайте нас: