Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Сентябрь , 12:43

Әсәлек капиталы 854 мең һумға тиклем артыуы мөмкин

2025 йылда беренсе бала өсөн әсәлек капиталы – 646 мең һумғаса, ә икенсеһе тыуған осраҡта 854 мең һумға тиклем артыуы ихтимал.

Әсәлек капиталы 854 мең һумға тиклем артыуы мөмкин
Әсәлек капиталы 854 мең һумға тиклем артыуы мөмкин

 Был хаҡта Дәүләт Думаһының социаль сәйәсәт буйынса комитеты ағзаһы Екатерина Стенякинаға һылтанма менән РИА Новости хәбәр итә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылда балалы ғаиләләргә түләү күләме беренсе балаға – 631 мең һум, икенсе балаға 833 мең һум булды.

Илдә әсәлек капиталы программаһы 2007 йылдан башлап ғәмәлгә ашырыла. Уны торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға, баланы уҡытыуға, инвалид балалар өсөн социаль реабилитацияға тотонорға йәки әсәнең пенсияһының тупланма өлөшөнә йүнәлтергә мөмкин.

Автор:
Читайте нас: